Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
30 Ғинуар 2020, 17:16

“СтратТайм – 2020”

Ошо көндәрҙә районда “СтартТайм – 2020” IV Йәштәр форумы үтте.

Ошо көндәрҙә районда “СтартТайм – 2020” IV Йәштәр форумы үтте. Сарала район хакимиәте башлығы И.Н.Әминев, БР “Йәштәр сәйәсәте лигаһы” башҡарма комитеты етәксеһе А.С.Килсенбаев, БР Тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология йәштәр министры Р.Р.Сәйфетдинов, Өфө дәүләт нефть-техник университеты ҡарамағындағы Йәштәр сәйәсәте лигаһы урындағы бүлексәһе етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Д.Р.Батыршина, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы А.А.Ғәлин һәм йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе А.В.Тиунова, район йәштәре ҡатнашты.
Сараны тантаналы рәүештә Илшат Нәжмитдин улы асып, IV Йәштәр форумында ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Осрашыуҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары С.Ф.Фәтҡуллин “Районда 2019 йылда эшҡыуарлыҡ буйынса эшмәкәрлек һөҙөмтәләре һәм ағымдағы йылға маҡсаттар” буйынса мәғлүмәт бирҙе. Артабан Р.Сәйфетдинов “БР Йәштәр хөкүмәте”, А.Килсенбаев “Социаль проектлау”, Д.Батыршина “Проекттарҙы социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырыу”, А.Ғәлин мәктәп уҡыусылары менән “Дебаттар” буйынса оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтте.
“СтартТайм – 2019” IV Йәштәр форумының икенсе өлөшөндә район йәштәре үҙҙәренең проекттары менән сығыш яһаны.
Татьяна Ибәтуллина “Сик-Йылға ауылында туризмды үҫтереү”, Елена Швецова “Ҡыҙыл Еҙемдә хоккей ҡабын модернизациялау”, Диана Эгит “Архангел ауылында төрлө йүнәлештә ял итеү урындарын булдырыу”, Маргарита Ҡотлоғәлләмов “Айытмәмбәт ауылы эргәһендәге шишмәне төҙөкләндереү”, Гөлназ Хәсәнова “Архангел районының бал сувенирҙары”, Гөлназ Фәйрүзова “Бәләкәй аҡыл эйәһе ”, Алина Ғилманова “Бөйөк Ватан һуғышына арналған китап” һәм Рәвил Ғафаров “Шәхси хужалыҡта малсылыҡты үҫтереү” проекттарын тәҡдим итте.
Форум барыһы өсөн дә файҙалы һәм фәһемле үтте. Йәштәр фекер алышты, йәмәғәт эшендә мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса мәғлүмәт менән танышты.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса Д.Эгиттың – беренсе, Алина Ғилманованың – икенсе, Гөлназ Хәсәнованың проектыөсөнсө урынға сыҡты. Шулай уҡ “Йәштәр эшҡыуарлығы” йүнәлеше буйынса Р.Ғафаровтың, Г. Фәйрүзованың һәм Т. Ибәтуллинаның эштәре еңеүселәр исемлегенә инде.
Читайте нас: