Инйәр
+1 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
27 Января 2020, 08:00
Ҡар яуһа ла, беҙгә күңелле
Ошо көндәрҙә район үҙәгенең “Юбилей” стадионында “Ҡар көнө” ойошторолдо. Сарала 1-се, 2-се Архангел мәктәбе, шулай уҡ Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы студенттары ҡатнашты.
Добавить в предпочтительные источники Google
Ошо көндәрҙә район үҙәгенең “Юбилей” стадионында “Ҡар көнө” ойошторолдо. Сарала 1-се, 2-се Архангел мәктәбе, шулай уҡ Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы студенттары ҡатнашты. Сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, йәштәрҙе физик культура менән әүҙем шөғөлләнергә әйҙәү – бәйгенең төп маҡсаттарының береһе ине.
“Ҡар көнө”ндә ҡатнашыусыларҙы “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубы педагогы Татьяна Пискунова сәләмләп, ярыш ҡағиҙәләре менән таныштырғандан һуң, бәйгеселәр “Снайпер”, “Хоккей”, “Көслөләр”, “Ҡарлы тау” һәм башҡа эстафеталарҙа үҙ-ара көс һынашты.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса уҡ Аурғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы студенттары – беренсе, 2-се Архангел мәктәбе – икенсе һәм 1-сеАрхангел мәктәбе өсөнсө урын биләне.
Еңеүсе командалар райондың йәштәр эше, спорт һәм физик культура буйынса комитеты тарафынан Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"