Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
24 Ғинуар 2020, 10:55

Милли проект: хәүефле ҡалдыҡтарҙы ҡайҙа йыйырға?

Һеҙ көсө бөткән батарейкаларҙы, терегөмөшлө лампаларҙы ҡайҙа ташлайһығыҙ? Улар нисек юҡҡа сығарыла? Оҙаҡламай был мәсьәлә буйынса баш ҡатырыу бөтөргә тейеш. Йыл аҙағына тиклем Өфөлә хәүефле ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе завод барлыҡҡа киләсәк. Был темаға арнап кисә республиканың Тәбиғәттән файҙалыныу һәм экология министрлығында кәңәшмә үтте.

Һеҙ көсө бөткән батарейкаларҙы, терегөмөшлө лампаларҙы ҡайҙа ташлайһығыҙ? Улар нисек юҡҡа сығарыла? Оҙаҡламай был мәсьәлә буйынса баш ҡатырыу бөтөргә тейеш. Йыл аҙағына тиклем Өфөлә хәүефле ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе завод барлыҡҡа киләсәк. Был темаға арнап кисә республиканың Тәбиғәттән файҙалыныу һәм экология министрлығында кәңәшмә үтте.
“Росатом” компанияһына ингән “РосРАО” предприятиеһының башҡарма директоры Александр Богуцкий белдереүенсә, уларҙың компанияһы былтырҙан 1 һәм 2-се класлы хәүефһеҙлеге булған ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса федераль оператор тип тәғәйенләнгән. Был ҡалдыҡтарға шул иҫәптән батарейкалар һәм терегөмөшлө лампалар ҙа инә.
Яҡын арала республика оператор менән килешеү төҙөйәсәк, бындай ҡалдыҡтарҙы утилләштереү һәм зарарһыҙландырыу буйынса юл картаһы эшләнәсәк, тине министр Урал Искәндәров.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһе регламентланмаған. Был тармаҡта төрлө компаниялар бар, улар бындай ҡалдыҡтарҙың бер ни тиклем өлөшөн йыя һәм утилләштерә, тик уларҙың ҡеүәте беҙҙең республика өсөн етмәй. Ҡалдыҡтар йә йыйылып, республиканан ситкә сығарыла (был бик ҡиммәт), йә бөтөнләй утилләштерелмәй. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов белдереүенсә, республикаға утилләштереү объекты кәрәк, сөнки ҡалдыҡтарҙы йыйыу, транспортлау һәм юҡҡа сығарыу асыҡ һәм яйға һалынған булырға тейеш.
Федераль оператор илдәге экологик проблеманы хәл итергә һәм был тармаҡта тәртип булдырырға тейеш. “РосРАО”-ға ҡалдыҡтар барлыҡҡа килгәндән алып уны икенсел продукцияға эшкәрткәнсе бөтә эш менән идара итеүсе система булдырыу зарур. 2021 йылдың 1 ғинуарына тиклем илдәге ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм утилләштереү менән шөғөлләнгән барлыҡ предприятиелар “РосРАО” менән килешеү төҙөргә бурыслы.
Өфөлә бындай майҙансыҡ ағымдағы йыл аҙағына тиклем асылырға тейеш. Бәлки ул “Уфахимпром”да урынлашыр. Участкала лампаларҙан терегөмөштө һөйрәп алыусы ҡулайлама, ватыҡ быяла ҡалдыҡтарын таҙартыусы ҡорамал ҡуйыласаҡ. Уларҙан таҙа терегөмөш алырға була, был сеймал аҙаҡ тотоноласаҡ һәм ниндәйҙер сығымдарҙы ҡаплаясаҡ.
Беҙҙең экология министрлығы белдереүенсә, Башҡортостанда йыл һайын 80-дән 120 тоннаға тиклем көнкүреш терегөмөшлө лампалар һәм батарейкалар йыйыла. 2018 йылда ғына 42 миллион тонналыҡ 1632 төр ҡалдыҡ барлыҡҡа килгән, уларҙың ике мең тоннаһы 1 һәм 2-се класлы хәүеф ҡалдыҡтары.
Республикала бер меңдән ашыу махсус контейнер (экобокс) ҡуйылған һәм мең ярымдан ашыу көнкүреш терегөмөшлө лампалар, термометр һәм батарейкалар йыйыу пункты ойошторолған.
Өфөлә 582 экобокс бар, уның 86-һы лампа һәм батареялар өсөн тәғәйенләнгән. Улар күп фатирлы йорттарҙың ихаталарына ҡуйылған. 8-12 йортҡа бер контейнер тура килә. Бынан тыш ҡалала батарейкаларҙы магазиндарҙа урынлашҡан 95 пункта тапшырырға була. Улар “Эльдорадо”, “М-Видео”, “Мир электроники”, DNS магазиндарында бар. Шулай уҡ “Дворик” һәм “Абрикос” аҙыҡ-түлек магазиндарында ла табырға мөмкин.
Был эш “Экология” өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла. Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты шундай бүлексәләрҙән тора: “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класлы хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы таҙартыу”, “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һәм экологик туризмды һаҡлау”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү”.
Читайте нас: