Бөтә донъя фольклориадаһы— төрлө халыҡтарҙың традицион мәҙәниәт өлгөләре буйынса үткәрелә килгән ғәйәт ҙур халыҡ-ара фестиваль. Уның маҡсаты — ошондай фестивалдәрҙә ҡатнашҡан бөтә донъя милләттәренең мәҙәни мираҫын үҫтереп, һаҡлап йөрөүселәрҙе бергә туплау, ижад гәүһәрҙәрен барлау һәм үҙ-ара аралашыу. Бындай фольклориада дүртйылға Бер тапҡыр ойошторола, үҙенең флагы, гимны һәм символикаһы менән «Ҡулдар — ҡулда» («Рука в руке») девизы аҫтында үтә.
Тәүге фольклориада 1996 йылда — Нидерландтың Брюнсюм ҡалаһында, 2000 йылда Японияның Токио ҡалаһында икенсеһе уҙҙы. Венгрияның Печ һәм Будапешт ҡалалары өсөнсө фольклориаданы үткәреү урыны булды (2004). 2008 йылда дүртенсеһе Ҡытайҙа үтергә тейеш була, әммәҡош биҙгәге сәбәпле ойошторолмай. 2012 йылда Көньяҡ Кореяның Ансон ҡалаһында дүртенсе фольклориада" уҙҙы. 2016 йылда Бөтә донъя фольклориадаһы Мексиканың Сакатекас ҡалаһында гөрләне.
2015 йылдың октябрендә 45-се Бөтә донъя конгресында һәм Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының (СЮҒҒ) Генераль ассамблеяһында 2020 йылда фольклориаданы Башҡортостан Республикаһында уҙғарыу тураһында иғлан ителде. Рәсәй Президенты Владимир Путин Өфөлә VI Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү хаҡындағы ҡарарҙы раҫланы.
Гөлназ Фәтҡуллина әҙерләне.