Инйәр
+7 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
23 Января 2020, 08:40
“Инйәр”һеҙ бик күңелһеҙ”, — ти бүләк хужаһы
Приуралье ауылында йә-шәүсе Яҡшыбаева Зилә Имаметдин ҡыҙы “Инйәр” гәзитенең күптәнге тоғро дуҫы.
2020 йылдың тәүге ярты йыллығына “Инйәр”гә яҙылып, квитанция күсермә-һен редакцияға ебәреп төп суперприз — телевизор отто.
Әүҙем гәзит уҡыусыбыҙ үҙенең шатлығы ме-нән уртаҡлашты:
— Муллаҡай ауылы ҡы-ҙымын. Ситтә 30 йылдан ашыу йәшәп, ҡартайған кө-нөбөҙҙә үҙ районыбыҙға ҡай-тып ғүмер кисерергә булдыҡ. Тормош иптәшем Миннулла Нәжметдин улы (Тәүәкәс-тән) менән иркен генә йорт төҙөп сыҡтыҡ. Ул “Еләҫ ел”дә (“Свежий ветер”) оператор булып эшләй. Бер ул тәрбиәләнек, хәҙер инде ике ейәнсәребеҙ, бер ейәнебеҙ бар.
Бәләкәйҙән үк район гәзитен уҡып үҫтек. Шул йоланы дауам итеү, яңылыҡ-тарҙы белеү йәһәтенән Приуральеға килеп төплән-гәс үк “Инйәр”гә яҙылдым, шунан бирле иптәшем менән талашып тигәндәй даими уҡыйбыҙ. Бигерәк тә файҙа-лы кәңәштәр, аш-һыу рецептары, хикәйәләр оҡшай, дауамдарын түҙемһеҙлек ме-нән көтөп алабыҙ. Быйыл гә-зиткә яҙылып, бүләкле булыуыма бик шатмын.
Гөлназ Фәтҡуллина.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"