Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Ғинуар 2020, 17:45

Айлыҡ түләүҙәр рәүешендә алырға мөмкин

Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә ингән үҙгәрештәргә ярашлы, әсәлек капиталы күләме 466 617 һумға тиклем арттырылды.

Уҙған йыл менән сағыштырғанда, сумма 13 591 һумға күберәк. Бөгөнгә Башҡортостан буйынса Пенсия фонды идарасыһы Фоат Хантимеров белдереүенсә, Башҡортостанда 98 меңдән ашыу ғаиләнең әсәлек сертификатында тулы күләмдә йә иһә өлөшләтә аҡсаһы бар.
Балалы ғаиләләргә ярҙам программаһы эшләй башлағандан алып республикала бөтәһе 318 меңдән ашыу сертификат тапшырылған. 220 мең сертификат хужаһы әсәлек капиталы аҡсаһын тулыһынса тотонған. Ғаиләләрҙең күпселеге йәки 261 меңгә яҡыны аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, 14 мең ғаилә — балаларҙы уҡытыуға, 157 сертификат хужаһы тупланма пенсияға йүнәлткән, 1,8 меңдән ашыу ғаиләгә ай һайын аҡса бирелә, биш ғаилә инвалид балалар өсөн тауарҙар һатып алған.
Быйыл 1 ғинуарҙан шулай уҡ айлыҡ түләү алыусылар даирәһе киңәйтелде һәм уны алыу ваҡыты арттырылды. Әле ғаиләнең һәр ағзаһына килеме 20 868 һумдан түбәнерәк булған ғаиләләр 9789 һумлыҡ айлыҡ түләү һорап мөрәжәғәт итә ала.
Хәҙер сертификат хужаһы икенсе балаһы тыуғандан алып өс йыл дауамында теләһә ниндәй ваҡытта айлыҡ түләү һорап мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы. Айлыҡ түләүҙәргә ғаризаны сертификат эйәһе йәшәгән урындағы Пенсия фонды идаралығының клиенттар хеҙмәтендә ҡабул итәләр. Шулай уҡ Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинет аша ла тапшырырға була. Шунда уҡ иҫәпләүсе калькулятор ярҙамында айлыҡ түләүҙәрең күләмен һәм уға хоҡуғығыҙ бармы, юҡмы икәнде белә алаһығыҙ.
Читайте нас: