Инйәр
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Ғинуар 2020, 17:30

Алда мөһим һәм яуаплы һынауҙар көтә

Әлеге мәлдә район мәғариф бүлегендә һәм белем биреү учреждениеларында сығарылыш уҡыусыларының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлек әүҙемләште.

Имтихандарҙы уҙғарыу һәм һынау тотоу предметын һайлау буйынса уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәһе менән аңлатыу эштәре алып барыуға айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, 2019 йылдың декабрендә райондың бөтә мәктәптәрендә мәғариф бүлеге инспекторы ҡатнашлығында ата-әсәләр йыйылышы үтте, белем усаҡтары һәм мәғариф бүлеге сайттарында “Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы” бите, мәғлүмәт стенды булдырылды, шулай уҡ ”Ҡыҙыу бәйләнеш” даими рәүештә эшләй.
Үткән йылдың 4 декабрендә район мәктәптәренең барлыҡ 11-се класс уҡыусылары йомғаҡлау иншаһын уңышлы яҙҙы. Был яҙма эш дәүләт имтихандарына юл асыусы булып тора. БДИ-ла ҡатнашыу өсөн ғаризаны ағымдағы йылдың 1 февраленә тиклем тапшырырға мөмкин: 11-енселәр үҙҙәре уҡыған мәктәптәргә, ә элекке йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары — урындағы мәғариф бүлегенә (адресы: Архангел ауылы, Совет урамы, 35-се йорт. Белешмәләр өсөн телефон: 2-13-59).
Бөгөнгө көндә районыбыҙҙа БДИ-ла ҡатнашыусылар буйынса белешмәләр базаһы эшләнелгән. 2020 йылда 78 сығарылыш уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ.
Рус теле менән математика һынау биреү өсөн мотлаҡ предметтарҙан һанала. Шул уҡ мәлдә, ҡануниәт талаптары нигеҙендә, математиканың бер генә йүнәлешен (база йәки профилле) һайларға мөмкин. Әгәр мәктәпте тамамлаусы артабан юғары уҡыу йортона инергә теләһә, имтихан биреү өсөн өҫтәлмә предметтарҙы һайлау ҡаралған. Ғәҙәттә профилле математика, йәмғиәтте өйрәнеү, биология предметтарына айырыуса өҫтөнлөк бирелә. Быйыл иһә тарихты үҙ итеүселәрҙең күбәйеүе күҙәтелә, ә инглиз теле һәм әҙәбиәттән һынау бирергә берәр уҡыусы теркәлде.
Былтыр яҡшы уҡыу аттестаты биреү тәртибенә үҙгәрештәр индерелде, шулай итеп, 2019 йылдан был документ бөтә предметтарҙан да йомғаҡлау билдәләре яҡшы булған һәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын уңышлы (рус теле һәм профилле математика буйынса БДИ — 70 балдан кәм түгел йәки база математикаһы буйынса “5” билдәһе (балл)) үткән.
Йылдағыса каникул осоронда райондың бөтә белем биреү учреждениелары 11-се кластары өсөн 1-се Архангел мәктәбе базаһында БДИ-ға әҙерлек дәрестәре ойошторолһа, уҡыуҙар мәлендә өҫтәлмә шөғөлдәр уҙғарыла.
Сығарылыш уҡыусыларының белем кимәленең мониторингы алып барыла. Мәҫәлән, уҙған йылдың декабре аҙағында мотлаҡ предметтар буйынса БДИ биремдәре формаһында диагностика эше үткәрелде. Өйрәтеүсе имтихандар планлаштырылған. Улар барышында уҡыусылар БДИ-ны уҙғарыу пункты һәм һынау процедураһы менән танышасаҡ. Ағымдағы йылда БДИ-ны уҙғарыу пункты технологик режимда эшләйәсәк, йәғни биремдәрҙе һәм бланктарҙы баҫыу һәр аудиторияла башҡарыласаҡ. Имтихандар тамамланғас БДИ-ла ҡатнашыусыларҙың яуаптары менән бланктар скан аша үткәреләсәк һәм бәйләнештең һаҡланған каналы буйынса төбәктең мәғлүмәтте эшкәртеү үҙәгенә ебәреләсәк.
Алда мөһим һәм яуаплы һынауҙар көтә. Уҡыусыларҙы тәү сиратта имтихан үткәреү тәртибенә етди ҡарарға саҡырам. Ҡануниәт буйынса кеҫә телефондарын индереү, ҡулланыу тыйылыуы барыһына ла яҡшы билдәле. Телефон менән тотолоп, имтихандан ситләшеп ҡалыуығыҙ ҙа бар. Әлбиттә, һәр береһе тулҡынлана. БДИ-ны хәлдән килмәҫлек эш рәүешендә ҡабул итергә ярамай — ул бары имтихан! Уны тапшырыу һәр кемдең ҡулынан килә. Әгәр ҙә бала үҙен тыныс тотоп, үҙенә ышанып, булған белемен ҡуллана ала икән, һис шикһеҙ, ул юғары күрһәткестәргә өмөт итә ала. Сығарылыш уҡыусыларына түҙемлек һәм имтихандарҙа уңыштар юллайым.
Читайте нас: