Инйәр
+31 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
20 Января 2020, 14:05
“Зәңгәр рауза” уңышҡа юл аса
Балалар сәнғәт мәктәбенең йәш тәрбиәләнеүселәре ”Зәңгәр рауза” халыҡ-ара фестиваль конкурсында еңеү яуланы!
Балалар сәнғәт мәктәбенең йәш тәрбиәләнеүселәре ”Зәңгәр рауза” халыҡ-ара фестиваль конкурсында еңеү яуланы! Был сара ижади һәләттәрҙе (вокал, хореография, театр сәнғәте) асыуға йүнәлтелгән. Унда Рәсәйҙән генә түгел, шулай уҡ сит ил вәкилдәре лә оҫталыҡтарын күрһәтә. Бәйгене ойоштороусы — “Мираҫ” фестиваль үҙәге. Уның маҡсаты — конкурста ҡатнашыусыларҙың ижади һәләттәрен асыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу, заманса йүнәлешле һәм яңы стилдәге һөнәри тәжрибә менән уртаҡлашыу.
8 декабрҙә Өфөлә балалар филармонияһында сығыш яһап, “Умырзая” башҡорт фольклоры ансамбле (етәксеһе Айгөл Ҡунаҡбаева) 2 дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.
Улар башҡорт йолаһынан өҙөк тәҡдим итте. “Халыҡ вокалы” номинацияһында заманса яңғырашлы “Әпипә”не йырлап, Сөләймәнова Нурсилә — 2 дәрәжә, “Эстрада вокалы” буйынса “Татыу ғаилә”не (Г.Ишҡыуатова һүҙҙәре һәм көйө) башҡарып, Джәмилә Агабаева 2 дәрәжә дипломант 8-10 йәшлектәр араһында “Музыка театры”нда — 2 дәрәжә диплом. Балалар һәм йәштәр араһында мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереүгә тос өлөш индергәне, ижади эшмәкәрлеге өсөн Айгөл Зәкиулла ҡыҙы “Мираҫ” фестиваль үҙәгенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды