Инйәр
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Ғинуар 2020, 18:45

Ял көндәре –бәйгелә... Мәғариф хеҙмәткәрҙәре көс һынашты

Ошо көндәрҙә Архангелдә мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында “Һаулыҡ” спартакиадаһы башланды. Ярышта уҡытыусылар, шулай уҡ ошо өлкәләге хеҙмәткәрҙәр волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы буйынса көс һынашасаҡ.

Ошо көндәрҙә Архангелдә мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында “Һаулыҡ” спартакиадаһы башланды. Ярышта уҡытыусылар, шулай уҡ ошо өлкәләге хеҙмәткәрҙәр волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы буйынса көс һынашасаҡ.
Бәйгелә 15 мәғариф учреждениеһынан 150-нән артыҡ спортсы булды. Сараның төп маҡсаты – педагогтар араһында спортҡа ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү, уларҙы физик күнегеүҙәр менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау. Рәсми рәүештә спорт сараһын асыуҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ф.Ф.Хәсәнова, мәғариф бүлеге начальнигы А.В.Матвеев, профсоюздар ойошмаһы етәксеһе Л.Т.Сәйғафарова, ярыштың төп судьяһы А.В.Губачев ҡатнашты. Улар бәйгеселәрҙе сәләмләп, ярышта иң яҡшы, әүҙем, интеллектуаль яҡтан көслө спортсыны һәм йыйылма командаларҙың еңеүен теләне, уйын ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.
Волейбол ярышы өс майҙансыҡта үтте, финал уйындар “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә ойошторолдо. Волейболсылар араһында Максим Горький йыйылма командаһы һәр уйында уңышлы сығыш яһап – беренсе, Валентиновка – икенсе, 1-се Архангел мәктәбе өсөнсө урынға сыҡты.
Шахмат буйынса ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар үҙ-ара уйындар үткәрҙе. Һәр кем “алтын” миҙалды яулау өсөн сәмләнеп уйнаны. Швейцар системаһы буйынса ойошторолған бәйгелә, дөйөм һөҙөмтәләр буйынса шәхси беренселекте Азат Мәзитов (Баҡалды) яулаһа, икенселә – Азамат Рәхимов (Ырныҡшы), өсөнсөлә – Александр Кочнев (Благовещенка). Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Благовещенканан Фәриҙә Гойда иң күп мәрәй йыйып – I, Миләүшә Хәсәнова (1-се Архангел) – II, Ольга Кожевникова (2-се Архангел) – III урында. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса шахмат командалары араһында баҡалдылар менән благовещенкалар – беренсе, максим горькийҙар – икенсе, абҙандар өсөнсө урынды биләне.
Ошо көндәрҙә сыҙамлыҡ һәм сослоҡ талап иткән өҫтәл теннисы һәм физик яҡтан әҙерлекте һәм тиҙлекте һынау өсөн саңғы ярышы уҙасаҡ.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: