Инйәр
+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Ғинуар 2020, 19:05

Район Советында

Дүртенсе саҡырылыштың Башҡортостан Республикаһы Архангел районы муниципаль район Советының 40-сы ултырышы үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Илшат Әминев, уның урынбаҫарҙары, район эске эштәр бүлеге вәкиле, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, ойошма, предприятие, учреждение етәкселәре ҡатнашты.

Дүртенсе саҡырылыштың Башҡортостан Республикаһы Архангел районы муниципаль район Советының 40-сы ултырышы үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Илшат Әминев, уның урынбаҫарҙары, район эске эштәр бүлеге вәкиле, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, ойошма, предприятие, учреждение етәкселәре ҡатнашты.
Көн тәртибендәге мөһим һорауҙар буйынса сығыш яһаусыларҙың доклады тыңланды. Тәүге өсәүһе муниципаль район бюджетына арналды: “2020 йылға һәм план осоро 2021 һәм 2022 йылдарға Башҡортостан Республикаһы Архангел районы муниципаль район бюджеты тураһында”; “2019 йылдың туғыҙ айында Башҡортостан Республикаһы Архангел районы муниципаль район бюджеты үтәлеше тураһындағы отчетты раҫлау хаҡында”; ”2019 йылға һәм план осоро 2020 һәм 2021 йылдарға Башҡортостан Республикаһы Архангел районы муниципаль район бюджеты тураһында”ғы (27.12.2018 йыл, №354; ред. 13.12.2019 йыл, №509) Совет ҡарарына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү.
Артабан муниципаль райондың социаль-иҡтисади үҫеше һөҙөмтәләре; 2020 йылға һәм 2024 йыл осорона тиклем муниципаль райондың социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллау тураһында; “Башҡортостан Республикаһы Архангел районы муниципаль район территорияһында алкоголь продукцияһын берәмләп һатыу рөхсәт ителмәгән ҡайһы бер ойошмалар һәм объекттарҙың сиктәрен билдәләү тураһында; районда кадрҙар резервын формалаштырыу; район хакимиәте ҡарарҙары һәм бойороҡтары, халыҡ мөрәжәғәттәре тураһында; Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының шәхси милек менән идара итеү буйынса комитетының Башҡортостан Республикаһы Архангел районы муниципаль район хакимиәте менән хеҙмәттәшлегенә ҡағылышлы Килешеүҙе раҫлау тураһында; ер участкаһына ҡуртым хаҡын билдәләү тураһында мәғлүмәт еткерелде һәм һәр береһе буйынса тейешле ҡарар ҡабул ителде.
Читайте нас: