Йәш үҙенсәлектәрнә ҡарап, дүрт иртәлек ойошторолдо: мәктәпкәсә йәштәгеләр, башланғыс , урта һәм өлкән уҡыусылар өсөн. Яуаплы кластар сәхнәләштерелгән тамаша, уйындар әҙерләне.
Яңы йыл алдынан уҡытыусы Айрат Әйүпов етәкселегендә балалар ҡарҙан төрлө фигуралар эшләне. Боҙ һындар яһауҙа айырыуса Хөсәйенов Илгизәр (7 кл.), Сөләймәнов Таһир (7кл.), Сөләймәнова Рәмилә (8 кл.) әүҙем ҡатнашты. 10-сы һәм 11-се класс уҡыусылары ла ситтә ҡалманы.
Бынан тыш, байрамға ҡағылышлы башҡа конкурстар ҙа ойошторолдо. Мәҫәлән уйынсыҡтары һәм һүрәттәр буйынса оҫталыҡта Әхтәрйәнов Вадимға етеүсе табылманы.
Яңы йыл бүләкһеҙ, күстәнәсһеҙ булмай, әлбиттә. Балалар байрам кәйефен кисерһен өсөн ауылыбыҙҙың имам хатибы Фәтих Ғәзизов, ауылдаштарыбыҙ Зилә Мөхәмәтшина Рәйлә һәм Марат Зәйетҡоловтар, Гөлсирә Камалова, китапханасы Гөлсөм Дәүләтова, ашнаҡсы Нурия Зәйетҡолова, шәхси эшҡыуар Гөлсинә Әхмәтова, мәктәп директоры Әлфирә Әйүпова һәм барлыҡ класс етәкселәре бағыусы ярҙамы күрһәтте.
Урта кластарҙың Яңы йыл иртәлегендә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Нарбутин Азамат Әхмәр улының булыуы байрамға мәртәбәлек өҫтәне. Ул буш ҡул менән килмәгән, татлы күстәнәстәр килтергән, шулай уҡ сәләмәтлектәре яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балаларға Ҡыш бабай бүләктәре таратты.
Шулай итеп Яңы йыл иртәлектәре уҡыусылар күңелендә яҡты хистәр уятты, күңелле хәтирәләре менән уйылып ҡалды.