Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Ғинуар 2020, 14:10

Ниндәй милли саралар көтөлә?

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары уҙған йылға йомғаҡ яһап, әлегегә эш планын раҫланы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары уҙған йылға йомғаҡ яһап, әлегегә эш планын раҫланы. Былтырғы төп ваҡиғалар тип I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, йәштәр форумдары аталды.
Ағымдағы йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары тәҡдиме менән республикала Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Унан тыш, төбәк Башлығы Радий Хәбиров атаҡлы шағир Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан саралар үткәреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған "Шайморатов вариҫтары" проектына ярашлы байтаҡ саралар уҙғарыу ҙа күҙ уңында тотола.
Эш планында башҡорт телен ҡулланыу даирәһен киңәйтеү маҡсатында шәжәрә байрамдарынан алып төрлө әҙәби, мәҙәни саралар ойоштороу ҡаралған. Йәштәр, мәктәп уҡыусылары байтаҡ конкурс тәҡдим ителә. Сараларҙан бигерәк та ижади фекерләгәндәр ситтә ҡалмаҫ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының барлыҡ социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрен ҡарап барығыҙ.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: