Инйәр
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Ғинуар 2020, 14:08

Мөрәжәғәтнамә

Ошо көндәрҙә ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен тәҡдим итте. Унда йәмғиәтебеҙҙең бик мөһим проблемалары күтәрелде. Ул сығышын ил өсөн иң мөһим проблема менән башланы. Был – демография.

Ошо көндәрҙә ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен тәҡдим итте. Унда йәмғиәтебеҙҙең бик мөһим проблемалары күтәрелде. Ул сығышын ил өсөн иң мөһим проблема менән башланы. Был – демография.
“Әсәлек капиталы” һаҡланасаҡ һәм артасаҡ
Ғаиләләр өсөн бик күп һәм яҡшы яңылыҡтар әйтелде. Шулай итеп хәҙер “Әсәлек капиталы” беренсе балаға ла бирелә башлаясаҡ! Уның күләме индексациянан һуң быйыл 466 мең тәшкил итә.
Ә бына икенсе балаһы тыуған ғаиләләр өсөн “әсәлек капиталы” күләме арта. Ул 616 мең 617 һум тәшкил итәсәк. Өсөнсө бала тапҡандар ҙа мәхрүм ҡалмаясаҡ: бындай ғаиләнең ипотекаһының 450 мең һумы ҡапланасаҡ.
Класс етәксеһенә өҫтәмә түләү
Улар араһында мәғариф һәм уҡытыусыларға ҡағылған яңылыҡ та бар ине. “Класс етәксеһе булыу – ул бик ҙур яуаплылыҡ һәм уҡыусылар менән көндәлек аралашыу. Шуға күрә бындай эш махсус түләнергә тейеш”, – тине Владимир Путин.
Шулай итеп, 2020 йылдың 1 сентябренән Президент класс етәкселәре өсөн махсус өҫтәмә түләү индерә. Уның күләме – биш мең һумдан да кәм булмаясаҡ. Владимир Владимирович белдереүенсә, бындай өҫтәмә түләү тәү ҡарамаҡҡа төбәктәр бурысы кеүек, әммә “класс етәксеһе – ул тәрбиәсе”, тимәк федераль функция. Шулай булғас, аҡса федераль бюджеттан түләнәсәк.
Бынан тыш Путин әйтеүенсә, быға тиклем булған бар түләүҙәр ҙә мотлаҡ һаҡланырға тейеш.
– Ғәмәлдә эштең нисек торғанын мин мотлаҡ тикшерәсәкмен. Мәсьәләне контролдә тотмаһаң, был теманан “ҡасырға” теләүселәр табылыр. Улай эшләргә кәрәкмәй, - тине ул.
Шулай уҡ дәүләт башлығы уҡытыусылар хеҙмәте лайыҡлы һәм ғәҙел түләнергә тейеш тигән фекерҙә. Һөнәри үҫеш системаһы уҡытыусыларҙың яртыһынан күбеһен үҙ эсенә алырға тейеш.
Мәктәптә ашау буш буласаҡ!
Балалы ғаиләләргә ҡағылышлы тағы бер яҡшы яңылыҡ: башланғыс кластарҙа уҡыған балалар өсөн ашау бушлай буласаҡ. Был бөтәһенә лә ҡағыласаҡ.
“Ярлы ғаиләләрҙә йәшәгән балалар үҙҙәрен башҡаларҙан кәм тоймаҫҡа тейеш. 1-се кластан 4-сегә тиклемге мәктәп уҡыусылары бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителәсәк”, - тине Владимир Путин.
Быны тормошҡа ашырыу өсөн федераль, төбәк һәм урындағы бюджеттар йәлеп ителәсәк.
“Мәсьәлә аҡсала ғына түгел. Мәктәптәрҙә ашхана һәм буфеттарҙы ҡорамалландырыу, тәьминәт системаһын яйға һалыу, сифатлы тауарҙар менән ашатыу мөһим, – тине Владимир Путин. – Советтар Союзы осоронда ла бындай нәмә булманы. Был ҡарар бик ауыр ҡабул ителде, бәхәстәр һәм дискуссиялар күп булды”.
Владимир Владимирович белдереүенсә, ҡарарҙы индереүгә әҙер мәктәптәрҙә яңылыҡ 2020 йылдың 1 сентябренән ғәмәлгә инә. Башҡалар 2023 йылдың 1 сентябренән да һуңға ҡалмаҫҡа тейеш.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: