Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Ғинуар 2020, 12:10

Көтөп алынған ваҡиға Районда коррекция-үҫтереү бүлеге асылды

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы башланғысы һәм район хакимиәте ярҙамы нигеҙендә Архангелдәге социаль приют бинаһында балалар өсөн коррекция һәм үҫтереү йүнәлешендәге бүлек эш башланы.

Уны асыу тантанаһында “Ғаилә” район-ара үҙәге директоры Миләүшә Мырҙағәлина, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр, туризмды үҫтереү буйынса урынбаҫары Фәрзәнә Хәсәнова һәм башҡалар ҡатнашты. Коррекция – үҫтереү хеҙмәте баланың үҫешенә булышлыҡ итеү, уның эске потенциалын тормошҡа ашырыуға шарттар булдырыу, белем алыу һәм яраҡлашыу барышында ҡаршылыҡтарҙы йырып сығыуҙа ярҙам күрһәтеү, ата-әсә һәм бала мөнәсәбәттәрен көйләү кеүек дөйөм маҡсаттарҙы күҙ уңында тота.
  • Коррекцион-үҫтереүсе бүлектең асылыуы архангелдәр өсөн күптән көтөп алынған ваҡиға. Балалар, үҫмерҙәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн ул шәхси үҫеш оҫтаханаһына әйләнер тип ышанам, — тине Миләүшә Гайдар ҡыҙы йыйылыусыларҙы тәбрикләп.
  • Әкиәт геройҙары ҡатнашлығындағы театрлаштырылған тамаша сараға күркәмлек өҫтәне. Уны ҡарап ултырған балаларҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә күңелдәре күтәрелде. Артабан бәләкәстәргә оҫталыҡ дәрестәре, ә уларҙың ата-әсәләренә коррекцион-үҫтереү бүлеге эшмәкәрлеген аңлатыу йәһәтенән түңәрәк өҫтәлдәр тәҡдим ителде. Белгестәр уларҙың һәм педагогтарҙың һорауҙарына аныҡ яуаптар бирҙе. Әңгәмә тәмле сәй табыны артында барҙы. Ата –әсәләр балаларын тәрбиәләү процесында белгестәр менән хеҙмәттәшлек итергә теләк белдерҙе.
    Бүлеккә бәләкәстәренең сәләмәт һәм әүҙем, интеллектуаль һәм ижади үҫешеүен теләгән һәр ғаилә (социаль статусы һәм матди хәленә ҡарамай) мөрәжәғәт итә ала. Белгестәр психологик консультациялар үткәрәсәк, кескәйҙәргә логопед ярҙамы, социаль-педагогик, социаль – психологик реабилитациялар һәм коррекциялар ярҙамы тәҡдим ителә, улар ижади һәм физкультура-сәләмәтләндереү йүнәлешендә үҫешә башлаясаҡ. Ә ата-әсәләргә был ваҡытта үҙҙәренә лә психологик ярҙам алырға мөмкин.
    Читайте нас: