Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Ғинуар 2020, 12:20

Ирекмәндәр байрам менән ҡотланы

Яңы йылды ғаилә байрамы тип ҡабул итергә өйрәнгәнбеҙ. Әммә, үкенескә күрә, барыһының да уны өйҙә яҡындары менән ҡаршы алыу мөмкинлеге юҡ.Ундайҙарға, мәҫәлән, ҡарттар йортонда йәшәүселәр инә. Уларға иғтибар һәм хәстәрлек етешмәй. Ғәжәп, ләкин ололар, сабый балалар кеүек, Яңы йылды көтөп ала, бүләктәргә һөйөнә, ниндәйҙер мөғжизәгә өмөт итә.

Яңы йыл байрамдары алдынан беҙҙең “Шәфҡәтлелек” ҡарттар йортона ҡунаҡтар күп килде. Шулар араһында “Ҡартлыҡ шатлыҡҡа” һәм “Мөхәббәт” фондтары ирекмәндәре лә булды. Уларҙың килеүе беҙҙең тәрбиәләнеүселәр өсөн һәр саҡ тулҡынландырғыс ваҡиғаға әйләнә. Йәш ирекмәндәр һәр береһенә бүләктәр, байрам кәйефе бүләк итте, берәү ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.Ошондай осрашыуҙарҙан күңелдәр иҫ киткес йылы тойғолар һәм матур кисерештәр менән һуғарыла.
Читайте нас: