Был сара ил Президенты Владимир Путин раҫлаған “Демография” федераль проекты программаһы менән бәйле. Белеүебеҙсә, дөрөҫ туҡланмау кеше организмы өсөн кире эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Шуға республика халҡын үҙ сәләмәтлегенә яуаплы ҡарарға өйрәтәләр һәм дөрөҫ туҡланыу нигеҙҙәре хаҡында һөйләйҙәр. Шулай итеп, йәш әсәләргә, студенттарға, хаҡлы ялдағыларға төрлө лекциялар уҡыла, әйҙәүсе белгестәр оҫталыҡ дәрестәре ойоштора. “Аҡыллы туҡланыу – яңы мең йыллыҡтың тренды” тигән конференциялар үткәрелә.
Әйткәндәй, былдыр июлдән декабргә тиклем был проект менән 600-ҙән ашыу кеше ҡыҙыҡһынған. “Сәләмәт туҡланыу һәм нутрициология. Аҙыҡ-түлектең сифаты һәм хәүефһеҙлеге” программаһы буйынса 20-нән ашыу волонтер-инструктор уҡып сыҡҡан. Улар үҙ сиратында башҡаларға сәләмәт туҡланыу нигеҙҙәре тураһында һөйләйәсәк, сөнки улар – кешенең һаулығына һәм ғүмер оҙайлылығына тәьҫир итә торған етди факторҙар.