Инйәр
+21 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
14 Января 2020, 13:50
Башҡорт КВН командалары - Масляковта
“Бер минут” КВН командаһы “КиВиН-2020” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыу өсөн Сочи ҡалаһында.
“Бер минут” КВН командаһы “КиВиН-2020” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыу өсөн Сочи ҡалаһында. Уларҙан тыш, Башҡортостан данын тағы ла “Нөктә.ру”лар яҡлай.
Башҡорт КВН-ы һуңғы йылдарҙа күҙгә күренеп үҫеште, уның айырым мәктәбе барлыҡҡа килде, бәйге төрҙәре артты. Шаяртыуҙар сифаты ла юғары, халыҡ та һәр уйынға теләп йөрөй.
Үҫештең киләһе нөктәһе – башҡорт КВН командалары Рәсәй генә түгел, халыҡ-ара кимәлдә лә сығыш яһай башланы. Үрҙә әйтелгән ваҡиға – быға асыҡ миҫал.
КВН уйындары буйынса халыҡ-ара фестивалдә 500-ҙән ашыу команда ҡатнаша, барлыҡ уйынсыларҙы ла билдәле “Жемчужина” ҡунаҡханаһына урынлаштырғандар. Уларҙы оҫталыҡ дәрестәре, төрлө мәҙәни саралар көтә.
“Нөктә.ру” менән “Бер минут” командалары башҡорт КВН уйындарында күп еңеү, кубоктар яуланы. Уларҙың “КВН-дың атаһы” Александр Масляковтың проекты “КиВиН”да ла һынатмаҫына иманыбыҙ камил.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"