Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Ғинуар 2020, 16:40

Дәһшәтле йылдарҙы онотмайыҡ!

17-18 апрелдә Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ойошторола.

17-18 апрелдә Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ойошторола. Форум барышында икенсе донъя һуғышында донъя халыҡтарының еңеүен тәьмин итеүҙә мәғариф системаһының роле һәм биләгән урыны, шулай уҡ хәрби-патриотик тәрбиә биреү традицияларын һәм еңеүҙе яҡынайтыуҙа айырым шәхестең роле тураһында фекер алышыу күҙаллана.
Конференция башланғанға тиклем материалдар йыйынтығында ошо һәм башҡа темаларға мәҡәләләр баҫыла, аҙаҡтан Рәсәйҙең ғилми өҙөмтәләр килтереү индексы системаһына урынлаштырыла. Мәҡәләләрҙе баҫтырып сығарыу бушлай. Конференция материалдары Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты сайтына ла урынлаштырыла. Иң яҡшы мәҡәләләр “Педагогический журнал Башкортостана”, “Современные исследования социальных проблем” журналдарында һәм башҡа баҫмаларҙа донъя күрә.
Конференция эшендә ҡатнашыу өсөн материалдарҙы 2020 йылдың 31 мартына тиклем [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.
Ойоштороусылар – Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт платаһы, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, Мәғариф ветерандары советы. Форум тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте 8 (347) 273-22-93 телефоны буйынса алырға мөмкин.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас в