Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Ғинуар 2020, 16:45

2020 йылда нисек ял итәсәкбеҙ?

2020 йылда рәсәйҙәрҙе һигеҙ ҡыҫҡартылған эш аҙнаһы көтә.

2020 йылда рәсәйҙәрҙе һигеҙ ҡыҫҡартылған эш аҙнаһы көтә. Был байрамдар һәм ял көндәренә тура килгән эшләмәгән көндәрҙе күсереү менән бәйле.
Ватанды һаҡлаусылар көнөн байрам итеүгә бәйле февралдә һуңғы эш аҙнаһы дүрт көнлөк: 25-енән 28-енә тиклем. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө марттың икенсе эш аҙнаһын дүрт көнгә тиклем кәметә. Шулай уҡ Яҙ һәм хеҙмәт көнөн билдәләүгә бәйле 27 апрелдән 30-ына тиклем дүрт эш көнө була.
Майҙа, 4 һәм 5 ғинуарҙағы ял көндәрен күсереү сәбәпле, тәүге эш аҙнаһы өс көн: 6 майҙан 8-нә тиклем генә дауам итә. Шуның менән бергә артабанғы аҙнаның да Еңеү көнө уңайынан ҡыҫҡа булыуы көтөлә. Йәйгеһен 12 июндә Рәсәй көнөн билдәләүгә бәйле бер генә аҙна ҡыҫҡа була. Көҙ көнө Халыҡтар берҙәмлеге көнө эш аҙнаһын икегә бүлә. 2-3 һәм 5-6 ноябрь – эш көндәре.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: