Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
9 Ғинуар 2020, 14:15

Закон һәм тәртип һағында — 298 йыл

Быйыл 12 ғинуарҙа Рәсәй Федерацияһы прокуратураһына 298 йыл тула. 1722 йылдың тап ошо көнөндә Рәсәй императоры Бөйөк Петр Күрһәтмәһе нигеҙендә Хакимлыҡ итеүсе сенатта тәүге тапҡыр Генерал прокурор вазифаһы раҫлана һәм Рәсәй прокуратураһы институты барлыҡҡа килә.

Енәйәтселеккә, ришүәтселеккә ҡаршы көрәш, илебеҙҙең хоҡуҡи берҙәмлеген тәьмин итеү, кеше һәм граждандың иркен, хоҡуҡтарын күҙәтеү, шәхес, йәмғиәт, дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлау — прокуратура органдары эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре булып ҡалыуын дауам итә.
2019 йылда ҡануниәт талаптарын үтәү сиктәрендә прокуратураның юғары органдары ҡушыуы һәм планға алынған саралар буйынса уҙған тикшереүҙәр барышында 903 закон боҙоуҙар асыҡланды. Шул иҫәптән судҡа 160 дәғүә ғаризаһы ебәрелде, 111 законһыҙ хоҡуҡи акт кире ҡағылды, 177 белдереү индерелде. Һуңғылары буйынса 185 кеше дисциплинар, 67-һе прокурор ҡарары нигеҙендә административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, енәйәт билдәләре булған 7 материал йүнәлтелеп, улар буйынса 6 енәйәт эше асылды.
Эҙәрләү һәм тәүтикшереү органдарының күҙәтеүҙәре барышында 220 закон боҙоуҙар асыҡланды һәм элек йәшерелгән 5 енәйәт ҡылыу иҫәптә тергеҙелде.
2019 йылда район прокуратураһына 216 мөрәжәғәт килде, шул иҫәптән 84-е нигеҙҙә тикшерелһә, 128-е урындарҙа тикшереү өсөн башҡа вәкәләттәргә ебәрелде.
Былтыр район судтарында хеҙмәткәрҙәребеҙ тарафынан 133 енәйәт эше буйынса дәүләт ғәйепләүе хупланды, улар шулай уҡ 72 граждандар эшен ҡарауҙа ҡатнашты.
Район прокуратураһы хеҙмәт хаҡына бәйле граждандарҙың хоҡуҡтарын күҙәтеүгә лә ныҡлы иғтибар бүлә.
Мәҫәлән, торлаҡ-коммуналь хужалығы предприятиеһында хеҙмәт ҡануниәте талаптарының үтәлеүен тикшереүҙәр барышында предприятие директорының 2019 йылдың ғинуар — август айҙары арауығында 6 эшсеһенә законда билдәләнгән иң кәм кимәлдән түбән эш хаҡы түләүе һәм шул рәүешле 176 мең һумдан ашыу матди зыян килтереүе билдәле булды. Прокуратура тикшереүе материалдары енәйәти-хоҡуҡи баһа биреүгә эҙәрлекләү органына ебәрелде. Уларҙы ҡарағандан һуң, һөҙөмтәлә РФ Енәйәт кодексының 145.1-се статьяһының 2-се бүлеге буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Бынан тыш, тикшереүҙәр предприятиеның 24 эшсеһенә 250 мең һумдан күберәк бурысы барлығын күрһәтте. Асыҡланған закон боҙоуҙарға бәйле прокуратура бурысты түләүҙе, шулай уҡ хеҙмәт хаҡын тотҡарлау арҡаһында яһалған әхлаҡи зыянды ҡаплауҙы талап итеп, дәғүә ғаризалары ебәрҙе. Суд тарафынан талаптар тулыһынса ҡәнәғәтләндерелде һәм бурыс түләтелде.
Йыл да һөнәри байрамыбыҙ мәлендә ошо өлкәлә оҙаҡ йылдар эшләгән прокуратура хеҙмәткәрҙәре иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Улар — Валерий Владимирович Сугачков, Александр Владимирович Чернов, Галина Сергеевна Москалева. Был көндө беҙ уларға оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, яҡшы кәйеф һәм яҡындарының иғтибарында булыуҙарын теләйбеҙ.
Илдус Аллағузин,
район прокуроры вазифаһын башҡарыусы.
Читайте нас: