Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Ғинуар 2020, 13:10

“Шәфҡәтлелек”тән хәбәрҙәр

Яңы йыл яҡынлашып килә. Күптән түгел Архангелдә уҙған “Ҡышҡы уйындар”ҙа “Шәфҡәтлелек” учреждениеһында тәрбиәләнеүселәр ҙә әүҙем ҡатнашты.

Байрам көндәренән алда “Шәфҡәтлелек” интернат йортона район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре килде. Улар бында йәшәүселәргә күркәм концерт программаһы тәҡдим итте. Артистарҙың йыр-бейеүле сығыштары берәүҙе лә битараф ҡалдырманы: тәрбиәләнеүселәребеҙ алҡышлап ҡына ултырманы, үҙҙәре лә ҡушылып йырланы. Бындай аралашыуҙар бик кәрәк, сөнки улар кешене яңғыҙлыҡтан арындыра, кәрәк булыуҙы тойорға ярҙам итә.
*
Күптән түгел Архангелдә уҙған “Ҡышҡы уйындар”ҙа “Шәфҡәтлелек” учреждениеһында тәрбиәләнеүселәр ҙә әүҙем ҡатнашты. Халыҡ уйындарының күпселеге беҙгә ата-бабаларыбыҙҙан тапшырылған. Һалҡын миҙгелдә һауа торошо шарттары бер урында тороуҙы үҙһенмәй. Шуға ла уйындар күберәк етеҙлеккә, тиҙлеккә, сослоҡҡа бәйле. Был юлы ла сараны ойойштороусылар программаға төрлө күңелле уйындар индергән. Башҡалар менән бер рәттән беҙҙең тәрбиәләнеүселәр ҙә халыҡ һәм спорт ярыштарында көс һынашты, әйлән-бәйлән уйнаны, йырланы һәм бейене. Саранан шатлыҡлы кисерештәр туплап, аралашыуҙан күңел күтәренкелеге алып, яҡшы кәйефтәрҙә ҡайттыҡ.
Әлфиә Ғибәҙуллина,
мәҙәни саралар ойоштороусы.
Читайте нас: