Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
26 Декабрь 2019, 14:40

Эшҡыуарлыҡты үҫтерәйек

Районда “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу” төбәк проектын үҫтереү маҡсатында саралар планы раҫланған.

Районда “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу” төбәк проектын үҫтереү маҡсатында саралар планы раҫланған. Граждандар араһында эшҡыуарлыҡты ыңғай күренеш тигән фекер тыуҙырыу ошо йүнәлештең төп маҡсаттарының береһе.
Проектты тормошҡа ашырыу йәһәтенән районда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән, шулай уҡ саҡ башлап ебәргән эшҡыуарҙар менән осрашыуҙар ойошторола. Күптән түгел генә йәш эшҡыуарҙар менән “Һөйләшеү сәғәте” үтте. Унда көнүҙәк, бер үк ваҡытта мөһим һорауҙар күтәрелеп, уларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды.
Ағымдағы йылда яҡташыбыҙ Эдуард Степанов “СмартТау” төбәк йәштәр форумында ҡатнашып, “Бизнес-форум” үткәреү буйынса грант яуланы. Ул иһә район йәштәре менән күләмле сара үткәреүгә йүнәлтеләсәк.
Алевтина Тиунова,
райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе.
Читайте нас: