Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты тарафынан “Айыҡ ауыл” конкурсы ойошторола. Ул ике этапта үтәсәк. Беренсеһе райондағы ауылдар араһында булһа, икенсеһе – республика этабында, муниципаль райондар еңеүселәре һынау тотасаҡ.
Ошо көндәрҙә Убалар ауылындағы мәсеттә ошо бәйгелә ҡатнашыу йәһәтенән ултырыш уҙҙы. Сарала район Советы секретары Ф.Ф.Йортомбаев, район ветерандар советы рәйесе, район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы М.Ә.Лоҡманова һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Унда ойоштороу комитеты ағзалары һайланып, саралар планы раҫланды. Бер рәттән урындағы халыҡ Фәйез Фәтих улы менән Мөнирә Лоҡман ҡыҙына ауылды төҙөкләндереү буйынса борсоған һорауҙарын бирә алды.