Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
25 Декабрь 2019, 14:45

Яңы йыл мажаралары

Шыршы байрамы райондың иң һәләтле, тырыш балаларын йыйҙы.

Шыршы байрамы райондың иң һәләтле, тырыш балаларын йыйҙы
Йыл дауамында күрһәткән яҡшы һөҙөмтәләре өсөн райондың иң һәләтле, тырыш балаларына район мәҙәниәт йортонда Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм әкиәт геройҙары ҡатнашлығында ҙур байрам ойошторолдо.
Төп шыршы байрамына быйыл 200-ҙән ашыу бала килде. Улар араһында тик “бишле” билдәләренә уҡыған, бер рәттән олимпиада, төрлө конкурстар еңеүселәре, шулай уҡ спорт өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән уҡыусылар йыйылды.
Байрам сараһына йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Илшат Әминев сәләмләп, балаларға киләһе йылда ла һәр саҡ әүҙем, тырыш, яҡшы билдәләргә генә уҡыуҙарын һәм спорт менән шөғөлләнеүҙәрен теләне. Артабан кескәйҙәрҙе “Яңы йыл урманында мажаралар” тип исемләнгән спектакль көттө. Һуңынан улар барыһы ла шыршы тирәләй әйләнеп, төрлө уйындар уйнап күңел асты.
Ошондай уҡ сара райондың һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм ғаиләләргә тәрбиәгә алған кескәйҙәр өсөн ойошторолдо.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: