Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Декабрь 2019, 10:44

2020 йыл – Башҡорт теле йылы

Өфөлә Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзалары һәм республика район-ҡалалары ҡоролтайҙары рәйестәре менән осрашты. Сарала район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фәнзил Хисаметдинов ҡатнашты.

Өфөлә Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзалары һәм республика район-ҡалалары ҡоролтайҙары рәйестәре менән осрашты. Сарала район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фәнзил Хисаметдинов ҡатнашты.
Осрашыуҙың маҡсаты башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү тәҡдимдәрен тикшереү ине.
“Башҡорт теле көнө ҙур әһәмиәткә эйә булыр тип ышанам. Беҙгә телде үҙләштереүҙе үҙгәртеү мөһим. Уны көсләп тағырға түгел, киреһенсә, ошо телдең ниндәй матур, боронғо һәм аҙағынаса өйрәнелмәгән икәнен күрһәтергә кәрәк. Туған телде республикала өйрәнеүҙән тыш, уны Башҡортостандан ситтә лә үҫтереү зарур. Башҡорт теле республика сиктәренән сыҡһын, матур, тәрән аҡыллы башҡорт мәҡәлдәре башҡорт телендә аралашҡан һәр кемдең һүҙлек запасына, рәсәйҙәрҙең ҡулланылышына инһен өсөн беҙгә бергәләп уйларға кәрәк”,- тине Радий Хәбиров.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итергә тәҡдим итте. Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар “Башҡорт теле аҙналығы” эстафетаһын үткәреү, туған телдә мәктәпкәсә белем биреүҙе ойоштороу, ауыл театрҙарын үҫтереү, йәштәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшенә йәлеп итеү, район һәм ҡала ҡоролтайҙарына ярҙам күрһәтеү кеүек темаларҙы тикшерҙе.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: