Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
12 Декабрь 2019, 09:15

Волейболсылар бәйгеһе

Ошо көндәрҙә район үҙәгенең ойошма һәм предприятие йыйылма командалары араһында ойошторолған волейбол ярышы тамамланды. “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә – ир-егеттәр, 2-се Архангел мәктәбенең спорт залында ҡатын-ҡыҙҙар командалары үҙ-ара волейбол буйынса көс һынашты.

Ир-егеттәр йыйылма командалары араһынан мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре спартакиадала беренсе урынға сыҡты. Икенселә – район хакимиәте, өсөнсөлә РЭС спортсылары.
“Тирмәкәй” һәм “Әкиәт” балалар баҡсаһы ҡатын-ҡыҙҙар командалары һәр уйында уңышлы сығыш яһап – “алтын”, мәғариф бүлеге – “көмөш” һәм Сбербанк йыйылма командаһы “бронза” миҙалға лайыҡ булды. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса А.В.Ащеулов (мәғариф бүлеге) менән О.Н.Машненкова (“Тирмәкәй” балалар баҡсаһы) иң яҡшы волейболсы исеменә лайыҡ булды.
Район хакимиәте башлығы И.Н.Әминев, райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе А.В.Тиунова спартакиаданы ябыу тантанаһында ҡатнашып, иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән спортсыларға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Еңеүсе командалар кубок менән бүләкләнде.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: