Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған сара сиктәрендә “Әкиәттә - ҡунаҡта” хәйриә акцияһы был юлы малайҙарҙы йыйҙы. Унда төрлө ойошма-предприятиелар коллективтары, райондың социаль һәм мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, шәхси эшҡыуарҙар ҡушылды. Опека һәм попечителлек бүлеге, “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге, “Йәйғор” үҫмерҙәр клубы, йәштәр эше, физик культура һәм спорт буйынса комитет, балалар сәнғәт мәктәбе, бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре сәләмәтлектәре сикләнгән балалар өсөн ҡағыҙҙан оригами, аквакрем, макраме еп менән һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим итте. Бынан тыш, химик тәжрибәләр, виртуаль уйын кеүек мауыҡтырғыс күнекмәләр ҙә бәләкәстәрҙе йәлеп итте. Теләүселәргә шахмат һәм шашка турнирында көс һынап ҡарарға, район мәҙәниәт йортоноң тынлы оркестры уйнаған дәртле көйҙәр аҫтында бейергә, бушлай бөҙрәхана хеҙмәттәре менән файҙаланырға мөмкин ине. Шулай уҡ өҫтәлдәргә теҙелгән һый-ниғмәт менән ҡайнар сәй, “Кәзә аласығы” тамашаһы ла күңелдәргә хуш килде.