Инйәр
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Декабрь 2019, 13:05

Илһөйәр егет Айтуған

Башҡортостан һалдаттары Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә намыҫлы хеҙмәт итә. Һалдаттарҙың ата-әсәләренә хәрби часть командирҙарынан килгән хаттар ошо хаҡта һөйләй.

Ҡыҫынды ауылынан Әлфирә Рафаил ҡыҙы һәм Рөстәм Ишмырҙа улы Абдуллиндар ғаиләһе улдары хеҙмәт иткән хәрби часть командирынан Рәхмәт хаты алды. Айтуған Ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәй, тиелә хатта. Стәрлетамаҡ һөнәрселек-техник колледжын тамамлағас та ул иреткес булып эшкә урынлаша. Бер аҙҙан Байкал аръяғы крайының Чита ҡалаһына хәрби хеҙмәткә алына һәм радиацион, химик һәм биологик һаҡлау ғәскәрҙәренең 56313-сө хәрби часында һалдат бурысын үтәй. Ауыр булһа ла, зарланмай, сөнки ауыл егетендә ихтыяр көсө, ҡыйыулыҡ һәм яуаплылыҡ етерлек. Мәктәптә уҡығанда уҡ Айтуған спорт менән шөғөлләнә, колледжда ла дауам итә, шунлыҡтан армияла уға физик күнекмәләр еңел бирелә. Ышаныслы, намыҫлы, әйткәнен үтәргә тырышыусы егет командованиеһының да, хеҙмәттәштәренең дә хөрмәтен яулаған.
Рәхмәт хатында “Айтуған ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәрби һөнәрҙе үҙләштерҙе, үҙ эшенең яҡшы белгесе кимәленә етеп, хәрби өлкәлә оҫталығын камиллаштырыуын ныҡышмалы рәүештә дауҡам итә. Нормативтарҙы үтәүҙә һәм хәрби әҙерлек ваҡытында юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Хужалыҡ эштәрен башҡарғанда үҙен хеҙмәт һөйөүсән, тырыш һалдат итеп күрһәтте. Ватаныбыҙҙың ышаныслы яҡлаусыһын тәрбиәләгәнегеҙ, улығыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ” тиелгән.
“Айтуған күптән түгел тыуған йортона ҡайтты. Киләсәктә егет яратҡан һөнәрен дауам итергә хыяллана. Ҡайҙа ғына эшләһә лә рухлы, илһөйәр булып ҡалырына иманыбыҙ камил, — тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты яҡындары.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас: