Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә Әсә көнө билдәләнә. Был байрам беҙгә ҡәҙерле кешеләребеҙгә — әсәләргә, уларҙың хәстәрҙәре һәм күңел йылыһы өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт белдерергә мөмкинлек бирә. Район мәҙәниәт йортонда ошо уңайҙан ойошторолған тантаналы сараны асып, район хакимиәте идарасыһы Т.И. Галина уларға изге теләктәрен юлланы.
Бала тәрбиәләү буйынса төп бурыс нәҡ әсәләр иңенә ята. Әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау, ғаилә институтын нығытыу мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Беҙҙең республикала әсәлеккә һәм ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеүҙә, әсә һәм баланың сәләмәтлегенә көсәйтелгән иғтибар бүлеүҙә, ата-әсәһеҙ ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алған әсәләргә ярҙам итеүҙә сағыла. Районыбыҙҙа хәстәрлекле һәм наҙлы әсәләр йәшәй. Һеҙ өй мәшәҡәттәре менән бергә профессиональ бурыстарығыҙҙы ла еңеллек менән үтәп киләһегеҙ. Шул уҡ ваҡытта балаларығыҙ өсөн һөйкөмлө һәм иғтибарлы әсә булып ҡалырға онотмайһығыҙ. Бөгөн һеҙгә ҡарата йылы һүҙҙәр һәм изге теләктәр күберәк яңғыраһын, — тине Татьяна Ивановна.
Артабан сараны “Йәш әсә — 2019” бәйгеһе дауам итте. Сәхнәгә районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан йыйылған ете гүзәл зат — Диана Рудзит (Архангел ауыл биләмәһе), Татьяна Ибәтуллина (Архангел), Зәлиә Урманцева (Оҙондар), Елена Швецова (Ҡыҙыл Еҙем), Анжела Бәҙретдинова (Арх-Латыш), Регина Хөсәйенова (Абҙан) һәм Альбина Антипина (Баҡалды) уңышлыҡта, уңғанлыҡта, оҫталыҡта көс һынашырға сыҡты.
Беренсе конкурс — ғаиләнең визит карточкаһы: әсәйҙәр үҙҙәре тураһында ижади рәүештә таныштырҙы. “Әсәйем әкиәте”ндә иһә тылсымлы баласаҡ иленә сәйәхәт ҡылынды. Тамашасы был юлы һәр кемгә таныш “Шалҡан” әкиәтен генә ҡарап ҡалманы, яңыса бишек йыры ла тыңлап кинәнде. Айырыуса Сикйылға ауылындағы балалар театрының сығышы күңелдәрҙе арбаны. Өсөнсө һынауҙа “Ҡунаҡсыл хужабикә”ләр аш-һыуға маһирлыҡтарын дәлилләне. Һәр бәйгесе үҙ ғаиләһенең иң тәмле ризығын әҙерләп килтергән. Һөҙөмтәлә А.Бәҙретдинова — 3-сө, Т.Ибәтуллина — 2-се, Д.Рудзит 1- се урынды яуланы. Бынан тыш, З.Урманцева — “Шат әсә”, Р.Хөсәйенова — “Йорт усағын һаҡлаусы”, А.Антипина “Үҙенсәлекле әсә”, Е.Швецова “Һоҡланғыс әсә” номинацияларында билдәләнде. Конкурста ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте урынбаҫары Фәрзәнә Хәсәнова һәм баһалау комиссияһы рәйесе Елена Мортазина тәбрикләп, һәр ҡайһыһына бүләктәр тапшырҙы.
“Тирмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, “Сулпан”, “Задоринка” балалар ансамбле, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең йыр-бейеүгә бай сығыштары тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.
Әсәй — тормошобоҙҙағы иң ҡәҙерле, яҡын кеше. Уларҙың тауышы ла яғымлыраҡ, бешергән ризыҡтары ла тәмлерәк, ҡараштары ла йылыраҡ... Әгәр һин шатланһаң, бәхетеңде тапһаң, бел — бөтәһе лә әсәйеңдең йоҡоһоҙ төндәренән. Улар иҫән саҡта күңелдәренә күләгә төшөрмәйек, яҡшы уҡыуыбыҙ, матур йәшәүебеҙ, изгелекле эштәребеҙ менән һөйөндөрәйек.