21 ноябрҙә Ҡырмыҫҡалы район ара судының Архаангелдәге суд участкаһы тарафынан 2-се мәктәптең 10 класс уҡыусылары (класс етәксеһе Н.Ю Тимакова ҡарауы аҫтында) менән осрашыу үткәрелде. Сараның маҡсаты — йәш быуындың хоҡуҡи белемен үҫтереү, Рәсәй суд системаһына ыңғай ҡараш, законға итирамлы мөнәсәбәт формалаштырыу, шулай уҡ һөнәри йүнәлеш биреү.

Экскурсия бинаның ишеге алдынан уҡ, йәғни суд эшмәкәрлегендә урынлаштырылған тәртип буйынса уҡыусылар суд приставында теркәү үткәндән башланды. Улар үткәреү режимы тәртибе, техника менән йыһазландырылған һаҡ посты менән танышты.
Урлашыуҙа ғәйепләнеүсене тикшереү буйынса суд ултырышы барышын ҡарап, балалар судья, суд ултырышы секретары, прокурор һәм адвокаттың хеҙмәте тураһында мәғлүмәт алды.