Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Ноябрь 2019, 11:23

Милли проект: табиптар һаны арта

Башҡортостанда медицина тармағындағы кадрҙар дефицитын кәметеү буйынса ыңғай динамика күҙәтелә.
Башҡортостанда медицина тармағындағы кадрҙар дефицитын кәметеү буйынса ыңғай динамика күҙәтелә.
Миҫал өсөн, ун айҙа республиканың медицина учреждениеларындағы хеҙмәткәрҙәр һаны 370 табипҡа, 234 беренсел медицина ярҙамы күрһәтеүсегә, 22 “ашығыс ярҙам” белгесенә артҡан. Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдергән.
Кадрҙар дефицитын бөтөрөү өсөн төрлө программалар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, “Ауыл табибы” федераль проекты сиктәрендә йыл аҙағына тиклем 99 табип – берәр миллион һум, 10 фельдшер 500-әр мең һум аҡса аласаҡ. “Ауыл фельдшеры” республика программаһы буйынса 72 белгескә 500-әр мең һум аҡса түләү күҙаллана. Унан тыш, быға тиклем “Ауыл табибы” программаһына эләкмәгән 158 табип та берәр миллион һумлыҡ матди ярҙам алған. Ошондай уҡ сумма 135 дефицит белгескә түләнгән.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән килешеү нигеҙендә маҡсатлы йүнәлтмә менән белем алыусы 1033 студент һәм 442 ординатор биш һәм һигеҙ меңәр һум күләмендә түләүҙәр алған.
– Хөкүмәт алдына ҡуйылған бурысты үтәне, хәлдән килгәнде һәм килмәгәнде лә эшләне, тип иҫәпләйем. Беҙ табиптарға матди ярҙам күрһәтеүҙең, уларҙы медицина учреждениеларына ылыҡтырыуҙың төрлө юлдарын ҡулландыҡ. Ҡалғанын иһә муниципалитет етәкселәре эшләргә тейеш, – тип һығымта яһаны Радий Хәбиров.



Читайте нас: