Инйәр
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Ноябрь 2019, 14:10

Һалым түләүҙән ҡасыу — яҡшылыҡҡа илтмәй

БР буйынса Рәсәй суд приставтары хеҙмәте идаралығы йыл башынан ҡаҙнаны 3,8 миллиард һумға тулыландырҙы, шул иҫәптән 2,5 миллиард һумлыҡ һалымдарҙы түләттерҙе. БР буйынса Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәте идаралығы һалым һәм страховка иғәнәләре буйынса бурыстарҙы түләтеү йәһәтенән әүҙем эш алып бара. Бындай категориялағы бурыстарҙы ҡайтартыуҙа законда ҡаралған төрлө алымдар ҡулланыла. Улар араһында бурыслыларҙың мөлкәтенә арест һалыу һәм уны һатыу, бурыслының эш хаҡынан һәм башҡа килемдәренән тотоп ҡалыу, күсемле һәм күсемһеҙ милекте теркәүҙе тыйыу, транспорт сараһы менән идара итеү, шулай уҡ сит илдәргә сығыу хоҡуғын сикләү. БР буйынса Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәте идаралығының структура бүлектәрендә суд приставтары – башҡарыусылар иңендә һалым, страховка иғәнәләре, башҡа йыйыуҙар буйынса 156 мең башҡарыу производствоһы иҫәпләнә. 10 көн дауамында суд приставтары- башҡарыусылары тарафынан ошо йүнәлештәге 102 мең башҡарыу производствоһы ябылды. Һөҙөмтәлә дәүләт ҡаҙнаһына 2,5 миллиард һум аҡса ҡайтарылды. Әтергә кәрәк, был сумманың 1 миллиард һумын бурыслылар үҙ ирке менән түләне. 6515 бурыс түләмәүсенең килеме асыҡланды һәм уларҙың эш хаҡынан йәки башҡа килеменән тотоп ҡалыу өсөн 142 миллион һумлыҡ башҡарыу документтарының күсермәләре ойошмаларға ебәрелде. Йәнә 1459 башҡарыу производствоһы сиктәрендә суд приставтары идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1,2 миллиард һумлыҡ мөлкәткә арест һалынды. Шулай уҡ административ тәьҫир итеү саралары ла әүҙем ҡулланылды. “Суд приставының законлы эшмәкәрлегенә ҡаршылыҡ күрһәткән өсөн” өс бурыслыға ҡарата административ протокол төҙөлдө һәм уларға ярашлы әлегәсә булған бурыстарына өҫтәлмә рәүештә уларға штраф билдәләнде.Физик һәм юридик шәхестәрҙең һалым, страховка иғәнәләре буйынса бурыстарын кәметеү йәһәтенән БР буйынса Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәте идаралығының Архангелдәге бүлеге, Федераль һалым хеҙмәте һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бергәләп бурыстарҙы түләтеү буйынса рейдтарға сыҡты. Уларҙаң маҡсаты барлыҡҡа килгән бурыстарҙы түләүгә ҡушыу ғына түгел, граждандарға ваҡытында һалым бурысын түләмәүҙең ниндәй эҙемтәләргә килтереүен күрһәтеү.Суд приставтары хеҙмәткәрҙәре тарафынан төрлө мәжбүр итеү саралары ҡулланылмаһын өсөн бурыстарығыҙҙы үҙ мәлендә түләп барыу зарур. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: вәкәләттең рәсми сайты http://r02.fssprus.ru ярҙамында һәр граждан үҙенең һәм яҡындарының бурысы бармы-юҡмы икәнлекте тикшерә ала һәм булған осраҡта электрон системалар аша уларҙан ваҡытында ҡотолорға мөмкин.Нурзилә Шәрипҡолова,бүлек начальнигы- өлкән суд приставы урынбаҫары.

БР буйынса Рәсәй суд приставтары хеҙмәте идаралығы йыл башынан ҡаҙнаны 3,8 миллиард һумға тулыландырҙы, шул иҫәптән 2,5 миллиард һумлыҡ һалымдарҙы түләттерҙе. БР буйынса Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәте идаралығы һалым һәм страховка иғәнәләре буйынса бурыстарҙы түләтеү йәһәтенән әүҙем эш алып бара. Бындай категориялағы бурыстарҙы ҡайтартыуҙа законда ҡаралған төрлө алымдар ҡулланыла. Улар араһында бурыслыларҙың мөлкәтенә арест һалыу һәм уны һатыу, бурыслының эш хаҡынан һәм башҡа килемдәренән тотоп ҡалыу, күсемле һәм күсемһеҙ милекте теркәүҙе тыйыу, транспорт сараһы менән идара итеү, шулай уҡ сит илдәргә сығыу хоҡуғын сикләү.
БР буйынса Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәте идаралығының структура бүлектәрендә суд приставтары – башҡарыусылар иңендә һалым, страховка иғәнәләре, башҡа йыйыуҙар буйынса 156 мең башҡарыу производствоһы иҫәпләнә. 10 көн дауамында суд приставтары- башҡарыусылары тарафынан ошо йүнәлештәге 102 мең башҡарыу производствоһы ябылды. Һөҙөмтәлә дәүләт ҡаҙнаһына 2,5 миллиард һум аҡса ҡайтарылды. Әтергә кәрәк, был сумманың 1 миллиард һумын бурыслылар үҙ ирке менән түләне. 6515 бурыс түләмәүсенең килеме асыҡланды һәм уларҙың эш хаҡынан йәки башҡа килеменән тотоп ҡалыу өсөн 142 миллион һумлыҡ башҡарыу документтарының күсермәләре ойошмаларға ебәрелде. Йәнә 1459 башҡарыу производствоһы сиктәрендә суд приставтары идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1,2 миллиард һумлыҡ мөлкәткә арест һалынды. Шулай уҡ административ тәьҫир итеү саралары ла әүҙем ҡулланылды. “Суд приставының законлы эшмәкәрлегенә ҡаршылыҡ күрһәткән өсөн” өс бурыслыға ҡарата административ протокол төҙөлдө һәм уларға ярашлы әлегәсә булған бурыстарына өҫтәлмә рәүештә уларға штраф билдәләнде.
Физик һәм юридик шәхестәрҙең һалым, страховка иғәнәләре буйынса бурыстарын кәметеү йәһәтенән БР буйынса Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәте идаралығының Архангелдәге бүлеге, Федераль һалым хеҙмәте һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бергәләп бурыстарҙы түләтеү буйынса рейдтарға сыҡты. Уларҙаң маҡсаты барлыҡҡа килгән бурыстарҙы түләүгә ҡушыу ғына түгел, граждандарға ваҡытында һалым бурысын түләмәүҙең ниндәй эҙемтәләргә килтереүен күрһәтеү.
Суд приставтары хеҙмәткәрҙәре тарафынан төрлө мәжбүр итеү саралары ҡулланылмаһын өсөн бурыстарығыҙҙы үҙ мәлендә түләп барыу зарур. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: вәкәләттең рәсми сайты http://r02.fssprus.ru ярҙамында һәр граждан үҙенең һәм яҡындарының бурысы бармы-юҡмы икәнлекте тикшерә ала һәм булған осраҡта электрон системалар аша уларҙан ваҡытында ҡотолорға мөмкин.
Нурзилә Шәрипҡолова,
бүлек начальнигы- өлкән суд приставы урынбаҫары.
Читайте нас: