Төрлө мәҙәни саралар менән ауыл тормошон йәнләндереп йәшәй ҡыҙғылар. Шулай булырға тейештер ҙә, беҙҙе көндәлек мәшәҡәттәребеҙҙән бер аҙға ғына булһа ла арындырып, мәҙәни донъяға сумдырғандар ҙа, йәшәйешебеҙгә йәм, йән өрөүселәр ҙә үҙебеҙ ҙә баһа!
Бына күптән түгел бәләкәстәр өсөн “Иң яҡшыһы” исемле конкурс ойошторҙоҡ. Ауылыбыҙҙа башланғыс мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла булмағанлыҡтан, кескәйҙәрҙең үҙаңын нисек тә үҫтереү йәһәтенән ошондай сараны үткәрҙек тә инде. Бәйгелә алты бәләкәс — Ғатауллина Нурания (4 йәш), Ғатауллина Илүзә (5), Ҡәҙербәкова Самира (5), Сиражетдинова Сулпан (5), Абдуллин Илназ (2,5), Сиражетдинова Нәргизә (2,5) ҡатнашты. Балалар үҙҙәренең төрлө йүнәлештәге оҫталыҡтарын күрһәтте. Мәҫәлән, Сулпан аш-һыуға маһир булһа, Самира менән Илүзә пазл йыйыу буйынса — иң шәбе. Илназ хәрефтәрҙе алфавит тәртибендә төҙөй, ә йәнһүрәттәрҙе танып белеүҙә Нуранияға етеүсе юҡ. Нәргизә иһә бар яҡтан килгән: шиғыр ятлау, әкиәт һөйләү, аппликация ярҙамында рәсем төшөрөү тиһеңме.
Ата-әсәләр ярҙамы менән ойошторолған сара бик матур булды. Мәртәбәле ҡунаҡтар — мәғариф бүлеге начальнигы А.Матвеев, методисы Г.Ғәбделхаева, “Импульс” балалар һәм спорт үҙәге директоры Ә.Йортомбаева һәм башҡа тамашасылар һәр сығышты мауығып ҡараны. Бәләкәй бәйгеселәргә, шартына килтереп, рюкзактарға һалынған татлы приздар тапшырылды.
Киләсәктә лә ауыл тормошона йән индерерлек идеялар тыуыр, мәҙәни саралар ойошторолор тип ышанабыҙ.