Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
14 Ноябрь 2019, 09:44

Төп сығым – милли проекттарға

Башҡортостан Хөкүмәтендәге сираттағы оператив кәңәшмәлә вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов төбәктең быйыл федераль программаларҙа ҡатнашыу һөҙөмтәләре, 2020 йылға бирелгән заявкалар тураһында һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, республика 21 дәүләт, ете маҡсатлы федераль һәм федераль адреслы инвестиция программаһында ҡатнаша. Төбәктән 119 заявка әҙерләнгән, 25,5 миллиард һум бүлеү ҡаралған. Федераль сығымдарҙың төп күләме милли проекттарға йәлеп ителә.
“Республика Башлығы Радий Хәбировтың был эшкә Федерация Советы ағзаларын, Дәүләт Думаһы депутаттарын әүҙем йәлеп итеүе арҡаһында беҙгә бюджет заявкаларын үтеү һөҙөмтәлелеген генә түгел, ә аҡса күләмен дә арттырыу мөмкинлеге киңәйҙе. Һөҙөмтәлә быйыл, дөйөм алғанда, 68,6 миллиард һум алыу ҡаралған”, – тине Рөстәм Моратов.
Ә 2020 йылға әлегә 35,9 миллиард һумлыҡ 124 заявка әҙерләнгән.
Кәңәшмәлә Андрей Назаров Хөкүмәт ағзаларына федераль программаларҙы, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы, заявка документтарын әҙерләүҙе айырым контролгә алырға ҡушты.


Читайте нас: