Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Ноябрь 2019, 12:46

Рөхсәтһеҙ ағас киҫеү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Прокурор тикшереүҙәре нигеҙендә Архангел урмансылығының Архангел урман участкаһындағы 178 кварталдың 8-се бүлемендә рөхсәтһеҙ 14 төп имән һәм йүкә ағасы киҫелеүе билдәле була. Ошо рәүешле урман фондына 349 934 һумлыҡ зыян килтерелә.
Был факт буйынса прокураптура тәүэҙләү тикшереүе үткәрә. Һөҙөмтәлә РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһының 3-сө бүлеге (бер төркөм кешеләрҙең айырыуса күп күләмдә рөхсәтһеҙ ағас киҫеүе) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Енәйәт эшен тикшереү прокуратура күҙәтеүе аҫтына алынған.
Юридик шәхес исеменән законһыҙ рәүештә бүләкләү тәҡдим иткән ойошмаға штраф һалынды.
Район прокуратураһы тарафынан ришүәтселеккә ҡаршы закон талаптарының үтәлеше тикшерелде.
Билдәләнеүенсә, 2019 йылдың сентябрендә Архангел районы полиция бүлегенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм “Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге” дәүләт идаралығының вазифа биләүселәре менән берлектә яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә ҡараған транспорттың тейешле ауырлыҡтан артҡан йөк ташыуы асыҡланды. Бындай тәртип боҙоуҙар өсөн ойошмаға 400 меңдән 500 мең һумғаса штраф рәүешендә админиcтратив яуаплылыҡ янай.
Закон буйынса билдәләнгән яуаплылыҡтан ҡасып йәмғиәт етәксеһе юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигына был яуаплылыҡты билдәләмәһен өсөн аҡса тәҡдим итә. Полиция хеҙмәткәре бүләкләүҙән баш тарта һәм был хаҡта билдәләнгән тәртиптә етәксеһенә мәғлүмәт бирә.
Ошоға бәйле район прокуратураһы РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 19.28-се статьяһында ҡаралған административ хоҡуҡ боҙоу буйынса эш ҡуҙғатты. Һөҙөмтәлә юридик шәхескә 500 мең һум күләмендә штраф билдәләнде. Штрафты түләтеү маҡсатында прокурор тарафынан предприятиеның транспорт сараларына арест һалынды.
Ҡарар законлы көсөнә инмәгән.
Урман фондына ҡараған ерҙәрҙәге капиталь төҙөлөштәрҙе емереү тураһында ҡарар ҡабул ителде
Район прокуратураһының тикшереүҙәре барышында айырыуса һаҡлыҡта булған тәбиғәт территорияһына ингән урман фонды ерҙәрендә үҙ ирке менән рөхсәтһеҙ капиталь объекттар төҙөү факты асыҡланды. Билдәләнеүенсә, урман фонды ерендәге республика әһәмиәтендәге “Архангел” дәүләт тәбиғи-зоологик заказнигында урман участогын ҡуртымға алыусы тарафынан, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу маҡсатында, капиталь объекттар — сауналар һәм ҡунаҡханалар төҙөлгән. Үҙ ирке менән төҙөлөш башҡарыу һөҙөмтәһендә урман фондына 110 мең һумлыҡ зыян килтерелгән.
Атап үтелгән закон боҙоуҙарға ҡарамаҫтан, төҙөлөш объекттарын емереү буйынса БР Урман хужалығы министрлығы тарафынан саралар күрелмәгән, ҡуртымға алыусы административ яуаплылыҡҡа тарттырылмаған. Район прокуратураһы тикшереүҙәренән һәм асыҡланған закон боҙоуҙарҙы юҡ итеүҙе талап итеү хаҡында министрлыҡҡа белдереү ебәргәндән һуң ғына был объекттарҙы емереү һәм зыянды ҡаплау тураһында тейешле дәғүә ғаризаһы йүнәлтелде.
Башҡортостан республикаһы Арбитраж суды БР Урман хужалығы министрлығының талаптарын ҡәнәғәтләндерҙе. Ҡарар законлы ғәмәлгә инмәгән.
Илдус Аллағузин,
район прокуроры вазифаһын башҡарыусы.
Читайте нас: