Социаль селтәрҙәр аша тиҙ һәм еңел аралашыу мөмкинлеген файҙаланып, әүҙем фекерҙәштәр ярҙамында беҙ республика халҡына БРХИ — 2020 тураһында мәғлүмәт бирергә ниәтләйбеҙ. Ошо маҡсаттан сығып, 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу эштәре тамамланғанға тиклем, мәғлүмәти партнёрҙар булырға тәҡдим итәбеҙ. Һеҙгә беҙҙең рәсми биттә (
https://vk.com/bashstat_gks_ru) теркәлеүҙе, беҙҙең яңылыҡтар менән дуҫтарығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы таныштырып барыу өсөн иҫкәрмәне (уведомление) ҡуйыуҙы һорайбыҙ. Халыҡ иҫәбен алыуға ҡағылышлы көнүҙәк хәбәрҙәр һәм яңылыҡтарҙы таратыу уңайлы булһын өсөн яҙылыу
https://vk.com/app5748831_-172759287 буйынса мөмкин.