Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Ноябрь 2019, 12:27

Һаҡ булығыҙ: юлда – боҙлауыҡ!

Көҙ менән ҡыш миҙгеле араһында тәбиғәттең кәйефе һәр саҡ тотороҡһоҙ булыуы күҙәтелә. Йә ул йылы көндәре менән шатландыра, йәиһә һыуыҡ, әсе еле, ҡарлы ямғыры менән күңелде төшөрә. Нисек кенә булмаһын, был миҙгел – йәйәүлеләр өсөн дә, водителдәр өсөн дә хәүефле осорға әйләнә. Көндөҙ ҡояш ҡыҙҙыра, кисен һыуыта, төндә туңдыра, ә иртәнсәк боҙлауыҡтар барлыҡҡа килә. Бындай шарттарҙа айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк.
Күңелһеҙ осраҡҡа юлыҡмаҫ өсөн түбәндәге ябай, әммә мөһим ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ.
Йәйәүлеләр өсөн:
- Һәр саҡ хәрәкәт иткән саҡта юлға иғтибар бирергә кәрәк;
- Ҡулдарҙы кеҫәгә “һалырға” кәңәш ителмәй;
- Тубыҡтарҙы ҡаҡшатыу талап ителә;
- Артыҡ ҡабаланмай хәрәкәт итергә;
Аяҡтарҙы бейек күтәрмәй, үксәгә тулыһынса баҫып атлау зарур.
Йығылған осраҡта:
- Беренсе көн: полиэтилен һауытҡа һыуыҡ предмет һалып 20 минутҡа ҡәҙәр (биш минуттан һуң) тоторға;
- Икенсе көн: бәрелгән урынға йод менән сетка яһау, күгәргән урынды тиҙерәк юҡҡа сығарыу;
- Өсөнсө көн: шешенеү кәмегән осраҡта, бәрелгән урынға йылытыусы май, йәиһә йылытҡыс (грелка) һалыу яҡшы һөҙөмтәләргә килтерер.
Автомобилселәр өсөн:
- Тәгәрмәстәрҙе “энәле”һенә алмаштырыу зарур;
- Тайғаҡта автомобилде яйыраҡ йөрөтөргә кәңәш ителә. Рулде ҡапыл борғанда, ҡапыл тормозға баҫҡанда, машинаны ситкә “ташлауы” ихтимал. Ул саҡта иң яҡшыһы – рулде “ташлаған” яҡҡа табан бороу һәм шундуҡ тәгәрмәстәрҙе тигеҙләү, әммә тормозға баҫыу ҡәтғи тыйыла.
- Бигерәк тә юлға төшөрөлгән билдәләрҙә (“разметка”) һаҡ булырға кәрәк. Юлға һалынған аҡ буяу еүеш мәлдә, һалҡында, һабын шикелле, тайғаҡҡа әйләнә һәм тәгәрмәстәрҙең юл менән тығыҙлығы ла кәмей.
- Тәгәрмәстәрегеҙҙәге тындың баҫымын үлсәгеҙ. Бындай көндәрҙә 0,5 атмосфераға артығыраҡ тултырылған баҫым күпселек осраҡта фажиғәләрҙең сәбәпсеһе була.
- Юлда автомобилдәр араһындағы дистанция тураһында ла онотмағыҙ. Һынауҙар күрһәтеүенсә, машина-ара дистанция, йәйгеһенә ҡарағанда, кәм тигәндә өс тапҡырға артығыраҡ булырға тейеш. ABS системаһына ышанырға ярамай – ул туҡтау арауығын кәметеү өсөн түгел, ә тормоздарҙың блокировкаһын булдырмау өсөн тәғәйенләнгән.
- Тәбиғәттең көйһөҙ миҙгелендә машиналар өсөн иң хәүефле урындар – күперҙәр, юл саттары, боролоштар. Улар – иң “тапалған” урындар. Шуға ла был урындарҙа тиҙлек менән шаярырға ярамай.
Александар Антипин,
райондың граждандар оборона һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса белгес.
Читайте нас: