Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Ноябрь 2019, 12:25

Һаҡ булығыҙ – йоҡа боҙ!

Көндәр һыуытты, йылға-күлдәр боҙ менән ҡаплана башланы. Шулай ҙа тәүге боҙ бик йоҡа, фажиғәгә килтереүе мөмкин. Йәйәүлегә боҙ өҫтөнән хәүефһеҙ атлау өсөн, боҙ ҡалынлығы 10 сантиметрҙан да кәм булмаҫҡа тейеш. Бер нисә көн элек Нуриман районында үлем менән тамамланған бер хәл теркәлде лә инде.
Ошо осорҙа балыҡсыларға һәм балаларға айырыуса хәүеф янай. Тап улар йыш ҡына йоҡа боҙ ҡорбаны була. Ярай балыҡсылар өлкән кешеләр, улар нимә эшләгәндәрен белә. Ә бына балаларға ҡышҡы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен даими аңлатырға кәрәк. Улар түбәндә бирелгән:
- әлеге ваҡытта һыу ятҡылыҡтарында боҙ йоҡа, уға төшмәҫкә кәрәк;
- боҙҙоң ҡалынлығын белер өсөн тибергә ярамай;
- боҙҙа һикереү тыйыла.
Александр Антипин,
райондың граждандар оборона8ы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса белгесе.
Читайте нас: