Инйәр
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
29 Октябрь 2019, 13:00

“Батырлыҡ дәресе”

Тирәкле мәктәбендә “Батырлыҡ дәресе” үтте. Уҡыусылар ветерандар советы ағзалары, “Һуғыш балалары” башҡорт төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Александр Палтусов һәм ветерандар комитетының махсус бүлеген әйҙәүсе Рифҡәт Мырҙағолов, ауылдың хеҙмәт һәм тыл ветерандары менән осрашты.
Уларҙың фәһемле сығыштары барыһының да йөрәгенә үтеп ингәндер. Ҡунаҡтар сарала ҡатнашыусыларға әрме хеҙмәте йылдары тураһында һөйләне, малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы тыуған илдең лайыҡлы граждандары булырға саҡырҙы. Уҡыусыларға иһә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреү мөмкинлеге тыуҙы. Эйе, тыныс тормошта йәшәгән йәш быуынға, ватаныбыҙҙың дәһшәтле элеккеһен белеү мөһим.
Александр Палтусов башҡарыуындағы хәрби йырҙар барыһының да күңеленә хуш килде. Балалар уға ихлас ҡушылды.
Дәрес гражданлыҡ һәм патриотик хистәр, тыуған ергә, халҡыбыҙға, милләтебеҙгә ҡарата мәрхәмәтлелек, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү менән һуғарылды.
Гөлнара Фәйрүзова,
тәрбиәүи эштәр буйынса мәктәп директоры урынбаҫары.
Читайте нас: