Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
29 Октябрь 2019, 13:06

Бәйгенән уңыштар яулап

Үткән аҙнала БР Мәғарифты үҫтереү институтында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына арналған “Тере шишмәләр” исемле республика конкурсы уҙҙы. Бәйгегә Учалы, Миәкә, Ҡариҙел, Краснокама, Саҡмағош, Дыуан райондарынан, Өфө, Октябрьский, Бөрө, Межгорье һәм Бәләбәй ҡалаларынан килгәндәр. Районыбыҙҙан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Р.М.Маликова һәм Г.М.Туләбаева ҡатнашты.
Бәйге барышында “Уҡытыусы-уҡытыусы”, “Уҡытыусы-уҡыусы” номинацияларына көс һынашыу талап ителде. Сығыштар ваҡытында презентациялар, музыкаль һәм сәхнә биҙәлеше, костюмдар ҡулланылды. Конкурста ҡатнашыусыларҙы мәртәбәле жюри баһаланы: башҡорт халыҡ шағирәһе, драматург, журналист, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Гөлфиә Юнысова, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт теле һәи башҡа телдәр кафедраһы мөдире Эльвира Рәхимова, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының бүлек мөхәррире Гөлнара Ҡусҡарбаева, филология фәндәре кандидаттары, доцент Әхәт Илмөхәмәтов һәм профессор Лотфулла Хәбибов.
Шуныһы ҡыуаныслы, райондаштарыбыҙ бик уңышлы сығыш яһап, “Уҡытыусы-уҡытыусы” номинацияһында III дәрәжәләге диплом менән бүләкләнде. Бәйге иң яҡшы шиғыр һөйләүселәрҙе, ижади шәхестәрҙе асыҡларға, үҫеп килгән быуында мәҙәнилек һәм сәнғәткә һөйөү тәрбиәләргә ярҙам итте.
Лена Садиҡова,
район мәғариф бүлеге методисы.
Читайте нас: