Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
14 Октябрь 2019, 14:00

Күркәм йолаға әйләнер тип уйлайбыҙ

Күптән түгел Архангел ауылының баҙар янындағы майҙансыҡта район гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре менән уларҙы уҡыусыларҙың байрамы — Матбуғат көнө үтте.
Әмәлгә ҡалғандай, көнө лә бигерәк матур һәм йәмле булды. Баҙар тирәһендә халыҡ ҡырмыҫҡа иләүендәгеләй гөрләй. Халыҡты район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ф.Хәсәнова, “Архангел мәғлүмәт үҙәге” директоры Г.Закирова сәләмләп, байрам менән тәбрикләне. Сығыш яһаусылар интернет һәм телевидение үҫешкән заманда баҫмаларҙың ҡағыҙ рәүешен ҡулға алып уҡыу күпкә әһәмиәтлерәк булыуын билдәләне һәм әлеге сараның киләсәктә күркәм йолаға әүерелеренә өмөт бағланы.
Һәр гәзит, атап әйткәндә “Республика Башҡортостан”, “Инйәр” һәм “Архангельский вестник”редакцияһы үҙенең өҫтәлен ҡуйып, баҫмаларына яҙылыу ойошторҙо, бының өсөн матур бүләктәрен өләште. Теләк белдереүселәр араһында матбуғатҡа битараф булмаған кешеләр байтаҡ ине.
Әүҙем гәзит алдырыусылар өсөн редакция хеҙмәткәрҙәре мауыҡтырғыс конкурстар, викториналар ойошторҙо. Мәҫәлән, “Инйәр” баҫмаһының иң тәүге һандарының береһен килтереүсе (1977 йылда сыҡҡан гәзиттәрҙең береһе) Дәүләновтар ғаиләһе “Иң тоғро уҡыусы” исемен яуланы һәм иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды.
Сара “Йондоҙ менән зарядка”нан башланды. Туризм буйынса спорт мастеры, ҡышҡы-йәйге туризм һәм хәүефһеҙлек мәктәбе буйынса БР чемпионаты призеры һәм еңеүсеһе, Тирәкле мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Ришат Сәйфуллин етәкселегендә волейболсылар командаһы ағзалары төрлө күнекмәләр күрһәтте. Уларға ҡайһы бер теләүселәр ҙә ҡушылды.
Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре матур концерт номерҙары әҙерләгән. Улар башҡарыуында дәртле йырҙар халыҡты әллә ҡайҙан майҙансыҡҡа әйҙәне. Әлеге мәлдә, йәғни 13 октябргә тиклем гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк дауам итә. Был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай, яратҡан гәзитебеҙгә яҙылып ҡалырға өлгөрөгөҙ.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас: