Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
14 Октябрь 2019, 16:59

Гөрләне көҙгө баҙар

Быйылғы көҙҙөң мул уңышлы килеүен раҫлағандай, Республика көнө айҡанлы үткәрелгән байрам йәрминкәһе гөрләп торҙо. Шәхси хужалыҡтар, мәктәптәр үҙҙәренең продукцияларын һатыуға сығарҙы.
Нимә генә юҡ йәрминкәлә! Баҙарҙы тулыландырып сауҙа рәттәре теҙелеп киткән. Уларҙа быйылғы уңыш — мәғариф учреждениелары баҡсаларында үҫтерелгән йәшелсәләр, ҡул эштәре, консерваланған, бешереп килтерелгән ризыҡтар һәм башҡалар. Был көндө осһоҙға кишер, сөгөлдөр, һуған, кәбеҫтә алып ҡалырға мөмкин булды. Ошонда уҡ самауырҙа ҡайнаған ҡайнар сәй менән тәм-том, емеш-еләк үҫентеләре тәҡдим ителде. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән йыр-моңға бай концерт һатып алыусыларҙы майҙансыҡҡа саҡырҙы.
Йәрминкәлә мәктәптәр (1-се һәм 2-се Архангел, Тирәкле, Максим Горький, Ырныҡшы, Благовещенка, Абҙан, Баҡалды) ҙур әүҙемлек менән ҡатнашты. Уҡыусылар уҡытыусылары менән берлектә үҙҙәре эшләгән сувенирҙар, кондитер изделиелары, төрлө ҡайнатма, салаттар һатып аҡса эшләне. Бынан тыш, шәхси хужалыҡтарҙан Р.Ниғмәтйәнов (Шакировка ауылы), С.Ялалова (Муллаҡай), З.Йыһаншина (Тирәкле), А.Усманова быйылғы уңыштарын сауҙаға сығарған.
Архангел район ҡулланыусылар йәмғиәте лә йәрминкәнән ситтә ҡалманы. Ғәҙәттәгесә, уларҙың өҫтәлдәре яңы бешкән ҡаластар, татлы еҫле шешлек, сәй һәм ҡәһүә менән тулғайны. Шулай уҡ Архангел мәғлүмәт үҙәге тарафынан ташламалы хаҡтар буйынса район баҫмаларына яҙылыу ойошторолдо. Теләк белдергәндәргә был юлы ла бүләктәр бирелде.
Бына шулай байрам йәрминкәһе ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа ҡәнәғәт ҡалды.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас: