2019 йылдың 1 апреленән “Дәүләт һәм муниципаль мөлкәтте хосусилаштырыу тураһында”ғы Федераль законға үҙгәрештәр ҡабул ителде һәм ҡанун 1 июлдә ғәмәлгә инде.
Унда билдәләнеүенсә, урындағы үҙидаралыҡ һәм дәүләт хөкүмәте органдары муниципаль һәм дәүләт мөлкәтен һатыу буйынса функцияларҙы үҙ аллы башҡара, шулай уҡ үҙҙәренең ҡарары менән башҡа юридик шәхестәргә мөлкәт эйәһе исеменән билдәләнгән тәртиптә РФ субъекттары милкендә булған хосусилаштырылған мөлкәтте һатыуҙы ойошторорға йәки һатыусы функцияларын үтәргә ҡуша.
Бер рәттән, дәүләт һәм муниципаль мөлкәтте һатыу тураһындағы мәғлүмәткә мотлаҡ индерелергә тейешле белешмәләр исемлеге лә өҫтәлде. Улар буйынса мәғлүмәткә юғарыла атап үтелгән юридик шәхескә һатыу функцияларын башҡарған өсөн бирелгән түләүҙәр тәртибе һәм күләме хаҡында белешмәләр индерелергә тейеш. Аукциондар уҙғарғанда хаҡтар тураһында тәҡдимдәрҙең ябыҡ формаһы үҙгәрештәр тарафынан инҡар ителде.
Бынан тыш, Федераль закондың 32.1-се статьяһына индерелгән яңылыҡтар нигеҙендә, 18 — 20, 23, 24-се статьяларҙа билдәләнгән дәүләт һәм муниципаль мөлкәтте (дәүләт һәм муниципаль мөлкәтте аукционда, акционер йәмғиәттәрҙең акцияларын махсус аукционда һәм башҡа) һатыу ысулдары мотлаҡ электрон рәүештә башҡарыла.