Инйәр
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
11 Октябрь 2019, 23:09

"Архангел ҡайнатмалары" мәскәүҙәрҙең һөйөүен яуланы

Мәскәүҙә "Алтын көҙ" күргәҙмәһе дауам итә. Сара, билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы ойошторолдо.


Тәүге халыҡ-ара агросәнәғәт йыйыны барышында республиканың Ауыл хужалығы министрлығы менән "Берләшкән иген компанияһы" акционерҙар йәмғиәте араһында үҙе-ара хеҙмәттәшлек, ауыл хужалығы продукцияһы баҙарын үҫтереү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.


Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, компания менән бәйләнеш булдырыу республикаға игенде экспортҡа оҙатыу һәм уның географияһын киңәйтеү өсөн киң мөмкинлек бирәсәк.


"Былтыр беҙ донъяның 15 иленә иген оҙатһаҡ, 2024 йылға был күрһәткес 50-гә етер тип уйлайбыҙ", – тине Илшат Илдус улы.


Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”.

Ҡыҙыл майҙанда "Алтын көҙ" милли гастрономия фестивале дауам итә. Республикабыҙҙан үҙ продукцияһын 12 ойошма алып килгән.


Бында Башҡортостан делегацияһы – иң ҙуры. Араларында фермерҙар, ауыл хужалығы кооперативтары хеҙмәткәрҙәре бар.


Һауа торошо бигүк матур тормаһа ла, баш ҡала халҡы "ИП Ғүмәров", "Архангел ҡайнатмалары", "Башҡортостан бүләктәре", "Аҡ тирмән" һәм башҡа йәмғиәттәр килтергән ауыл хужалығы ризыҡтарын алып ҡалырға тырыша.
Читайте нас: