Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
7 Октябрь 2019, 16:30

Уҡытыусы булып ҡараныҡ

2-се Архангел мәктәбендә ғәҙәти эш көнө… Тик “Уҡытыусылар көнө” уңайынан ғына уҡытыусыларҙың һөнәри бурыстары өлкән класс уҡыусылары йөкмәтелгән. Хатта “мәктәп директоры” ла 11 класта ғына булыуына ҡармаҫтан, яуаплы вазифаны үҙ ҡулына алған. Белем биреү усағының “йәш директоры” Ронжин Семен түбәндәге мәғлүмәтте еткерҙе:
– Бөгөн мәктәптә “дублерҙар” көнө, йәғни беҙ 10-11 класс уҡыусылары көн дауамында уҡытыусыларыбыҙ урынына дәрестәр бирәбеҙ. Кемдер иһә башланғыс класстарҙа, кемдер физика, алгебра, химия, тыуған тел, физкультура кеүек дәрестәрҙә уҙҙәрен уҡытыусы итеп тоя. Бер яҡтан бик ҡыҙҡылы һәм мауыҡтырғыслы эш булыуға ҡарамаҫтан, уҡытыусы һөнәре бик яуаплы эш. Дәрестәр тамамланыу менән “Уҡытыусылар көнө” уңайынан барыһын да концерт сараһына саҡырабыҙ,- тине Ронжин Семен.
Альберт Рәхимов.
Һүрәттә: химия дәресен Аделия Дамир ҡыҙы алып бара.
Автор фотоһы.
Читайте нас: