Бөгөн Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев килде. Республикала ул «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышы менән таныша.
Федераль министр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән бергә күп профилле холдинг – «Автопласт» компаниялар төркөмөнөң эше менән танышты.
Предприятие директоры Андрей Ковшов һүҙҙәренсә, компания быяла-пластик, АБС-пластик, ПВХ-профиль изделиелары дизайны, проектлау, етештереүгә һәм сериялы тәьмин итеүгә әҙерләү буйынса эштәр комплексын башҡара. Улар иҫәбендә – ҡала, ҡала яны транспорты өсөн ултырғыстар һәм автобустар өсөн авария-елләтеү люктары. «Автопласт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «НЕФАЗ»дың рәсми дилеры булып тора, унда 500-гә яҡын кеше эшләй.
Ағымдағы йылдың 1 октябренә тейәлгән шәхси продукцияның күләме 1 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте.
Компаниялар төркөмөнә быйыл ойошторолған «ЗИК «Интеркуб» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә инде. Ул «Нефтекама» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты булып тора. Предприятие етәксеһе «Изотермик конструкциялар етештереүҙе ойоштороу» инвестиция проектын бойомға ашыра башлауҙары хаҡында һөйләне. Производствоны үҫтереүгә бөтәһе 53,7 миллион һум аҡса һалыу һәм 62 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана, шуларҙың 49 яңы эш урынын – 2019 йылда.
Предприятиела шулай уҡ модулле ФАП-тар төҙөлә, уларҙың яҡынса хаҡы 3 миллион самаһы тәшкил итә.
Инвестиция проектының перспективаларын ентеклерәк өйрәнеү өсөн предприятие вәкилдәрен, шулай уҡ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Спорт министрлығы етәкселәрен алдағы Инвестиция сәғәттәренең береһенә саҡырырға ҡушырмын, тип билдәләне Радий Хәбиров.