Инйәр
-3 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
26 Сентября 2019, 06:19
“Үҫеш нөктәһе” үҙ ишектәрен асты
Добавить в предпочтительные источники Google
Ошо көндәрҙә телекүпер тәртибендә Рәсәйҙә “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәрен асыу тантанаһы булды. Уларҙың һаны буйынса республикабыҙ төбәктәр араһында өсөнсө урынды биләй.
“Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проектына ярашлы асылды. Был маҡсатҡа быйыл ғына федераль ҡаҙнанан өс миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде. Һанлы, тәбиғи фән һәм гуманитар йүнәлештәге белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн матди-техник базаны яңыртыуға республика 208, 5 миллион һум аҡса алды.
Яңы уҡыу йылында “Үҫеш нөктәһе” 1-се Архангел һәм Максим Горький ауылы мәктәптәрендә асылды. Тантаналы сарала район хакимиәте башлғы Илшат Әминев, мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев, ауыл хакимиәте башлыҡтары Ғәли Төгөлбаев, Альберт Ибәтуллин,мәктәп коллективтары, ата-әсәләр һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Ғәҙәти булмаған сағыу бүлмәләрҙә төп һәм өҫтәмә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу маҡсатында мобиль компьютер класы, конструкторҙар һәм башҡалар менән тәьмин ителгән. Уҡыусылар өсөн “Технология”, “Информатика”, “Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” предмет өлкәләре буйынса, шулай уҡ кворкинг, медиазона һәм Шахмат ҡунаҡ бүлмәһе эш зоналары булдырылған.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"