Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
24 Сентябрь 2019, 11:03

Һуңғы ун көн эсендә ғәҙәттән тышҡа индерерҙәй хәл-ваҡиғалар күҙәтелмәгән.

Район хакимиәтенең сираттағы кәңәшмәһе , ғәҙәттәгесә, урындағы оператив хәл-торош буйынса ҡыҫҡаса отчеттар тыңлауҙан башланды. Ә инде дөйөмләштереп әйткәндә: һуңғы ун көн эсендә ғәҙәттән тышҡа индерерҙәй хәл-ваҡиғалар күҙәтелмәгән.
Артабан һүҙ Торлаҡ-коммуналь хужалығы объекттарының көҙгө – ҡышҡы миҙгелгә әҙерлектәре, “Башҡорт ихаталары” республика программаһының тормошҡа ашырылыуы тураһында барҙы. Был хаҡта төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм муниципаль һатып алыуҙар буйынса бүлек начальнигы Семен Дунаев сығыш яһаны.
Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Людмила Хәтмуллина учреждениеға табиптарҙы йәлеп итеү, халыҡты диспансерлаштырыу барышы хаҡында һөйләне. Район хакимиәте башлығы урыбаҫары Фәрзәнә Хәсәнова Ололар көнөн билдәләү, матбуғат баҫмаларына яҙылыу буйынса бурыстарҙы билдәләне. 8 сентябрҙә уҙған һайлауҙарҙа тауыш биреүҙәр йомғаҡтары тураһында Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Фәйиз Йортомбаевтың доклады тыңланды.
Илшат Әминев Архангел ауылы биләмәһе башлығы итеп Ғәлей Төгөлбаевтың тәғәйенләнеүен белдерҙе. Район етәксеһе шулай уҡ хакимиәттең дәүләт технадзор инспекцияһы консультанты Сергей Палтусовты “Иң яҡшы дәүләт инженер-инспекторы —2019” исемен яулауы айҡанлы ҡотлап үтте.
Читайте нас: