Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
24 Сентябрь 2019, 10:58

Иглин районында республика конкурсының икенсе этабы үтте

“Иң яҡшы дәүләт инженер-инспекторы — 2019” республика конкурсының икенсе этабы үтте. Бәйге Иглин районының “Башҡорт агросәнәғәт колледжы” базаһында ойошторолдо. Уның маҡсаты — дәүләт техник күҙәтеү хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталыҡтарын камиллаштырыу. Сараға Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, күрше Татарстандан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләрнән килгәндәр, шулай уҡ районыбыҙ вәкилдәре лә ситтә ҡалманы.
Ҡҡатнашыусыларҙы Иглин район хакимиәте башлығы Н.Н Самойленко, БР дәүләт техник күҙәтеү начальнигы Р.С.Ғәлимов, БР Ауыл хужалығы министрлығының механизация, электрлаштырыу һәм хеҙмәтте һаҡлау бүлеге начальнигы Ф.Ф.Хантимеров, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре дәүләт техник күҙәтеү инспекциялары етәкселәре Ю.П.Пометун һәм В.Н.Давыдов, Татарстан Республикаһы вәкиле Р.Р.Харисов, БР дәүләт технадзор инспекцияһы ҡарамағындағы йәмәғәт советы рәйесе В.Н.Бакиров сәләмләне.
Әйтергә кәрәк, дәүләт техник күҙәтеү хеҙмәткәрҙәре араһында һөнәр оҫталарын асыҡлау бәйгеһе Башҡортостанда йыл һайын уҙғарыла. Быйылғыһы — унынсы, юбилей сараһы. Һуңғы биш йылда күрше төбәктәрҙән дә әүҙем ҡатнашалар. Быйылғы конкурста бөтәһе 16 кеше ҡатнашты. Араларында ике ҡатын-ҡыҙ ҙа бар ине.
Конкурс ике этапта ойошторола: тәүгеһендә (быйыл йәйгеһен үткәрелде) бәйгеселәр норматив-хоҡуҡи документтар буйынса белемдәрен күрһәтте, имтихан билеттарындағы һорауҙарға яуап бирҙе. Был бурысты уңышлы үтәгәндәр икенсе турға әҙерләнде. Бында иһә белемдәрҙе ғәмәлдә һынарға тура килде.
Икенсе этап колледждың тракторҙар участкаһында барҙы. Бәйгегә тиклем комиссия ағзалары һәр машинаны ентекләп ҡарап сыҡты, уларҙың хәл-торошона баһа бирҙе. Конкурста ҡатнашыусылар квадрациклдарҙа “йылан”, “эстакадаға күтәрелеү”, “туҡталышҡа ҡуйыу” күнегеүҙәрен башҡарҙы.
Ярыш көсөргәнешле барҙы. Бына ниһайәт йомғаҡ яһарға ваҡыт етте. Йыйылған балдар буйынса комиссия еңеүселәрҙе һәм айырым биремдәрҙе үтәү буйынса номинацияларҙа алдынғыларҙы билдәләне. “Иң яҡшы дәүләт инженер-инспекторы — 2019” исемен райондашыбыҙ, хакимиәттең дәүләт техник күҙәтеү инспекторы Сергей Палтусов яуланы. Республикка конкурсы еңеүселәренә дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.
Бәйгеселәр бер-береһе менән эшлекле аралашыу мөмкинлеге алды, кисерештәре менән уртаҡлашты, конкурстың әһәмиәтле булыуын билдәләне, йоланың дауам итеүенә өмөт белдерҙе. Башҡортостан Республикаһы дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Ринат Ғәлимов сараның инженер-инспекторҙарҙың теоритик белем кимәлен һәм тәжрибәләрен күтәреүҙә ҙур сараның роль уйнауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас: