Инйәр
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Сентябрь 2019, 13:36

Әсәлек капиталы баланы уҡытыуға йүнәлтелгән

Әсәлек капиталын балаларына белем биреүгә йүнәлтеүсе ғаиләләр һаны арта. Башҡортостанда 12 мең ғаилә Әсәлек капиталын балаларын уҡытыуға тотонған. Закон тормошҡа ашырыла башлағандан алып, был маҡсатҡа бөтәһе 703 млн. һумдан ашыу аҡса күсерелгән.
Ғаиләләрҙең Әсәлек капиталы ярҙамында белем алыу процесының бөтә этаптарында, шул иҫәптән, балаларҙы балалар баҡсаһына йөрөтөү, мәктәп программаһы буйынса түләүле хеҙмәттәр менән файҙаланыу, урта һәм юғары белем биреү йорттарында түләп уҡытыу һәм шулай уҡ студенттарға дөйөм ятаҡ өсөн түләү мөмкинлеге барлыҡҡа килде.
Әсәлек капиталын теге йәки был баланың уҡыуы өсөн түләүгә икенсе йә унан һуң тыуған балаларға өс йәш тулғас ҡына тотонорға мөмкин. Ул мәктәпкәсә йәштәге белемгә генә ҡағылмай. Был осраҡта Әсәлек капиталын тотоноу өсөн балаға өс йәш тулғанын көтөргә кәрәкмәй.
Әсәлек капиталын файҙаланыуға ғаризаны йәшәгән урын буйынса Пенсия фонды идаралығына йәки күп функциялы үҙәккә, шулай уҡ “Граждандың шәхси кабинеты”, йә дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталы аша электрон ысулда тапшырырға мөмкин.
Рәсәй Пенсия фонды идаралығының Башҡортостандағы бүлеге идарасыһы Фоат Хантимеров белдереүенсә, программа ғәмәлгә индерелгәндән алып, республиканан 313 меңдән ашыу ғаилә Әсәлек капиталына эйә булған. Шуларҙың 213-ө бүленгән аҡсаларҙы тулыһынса тотонған. Башҡортостанда уны иң күбе торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн файҙаланалар. 258 мең ғаилә тап шулай иткән дә. Һөҙөмтәлә төбәктә был маҡсатҡа күсерелгән сумма 95 млрд һумдан артҡан.
Наталья Козусь,
район Пенсия фонды идаралығы начальнигы урынбаҫары.
Читайте нас: